06:01 (UTC+5), 17 Декабря 2009

20 декабрь – Рәсәй Именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Юлай Мәғсүмов
Һөнәри байрамдары алдынан “Башинформ” агентлығында РФ Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы начальнигы Виктор Палагин журналистар менән осрашты. Идаралыҡтың хәҙерге начальнигы Виктор Палагин өсөн был тәүге матбуғат конференцияһы булды, сөнки ул был вазифаға быйыл ғинуарҙа ғына тәғәйенләнгәйне.
- Беҙ Башҡортостан властары менән эшлекле мөнәсәбәттәр булдырғанбыҙ, - тине Виктор Палагин. – Мин — Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов етәкләгән республика Антитеррористик комиссияһы етәксеһе урынбаҫары. Хөкүмәт Премьер-министры Раил Салих улы Сарбаев – оператив штаб ағзаһы. Беҙҙә аныҡ хеҙмәттәшлек юлға һалынған, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Виктор Николаевич.
Федераль именлек хеҙмәтенең хәҙерге структураһының сығанаҡтары, Виктор Палагин әйтеүенсә, Бөтә Рәсәй Ғәҙәттән тыш Комиссияһының беренсе секретары булған Феликс Дзержинский заманына барып тоташа. Чекистар контрреволюцияға ҡаршы көрәшеп кенә ҡалмаған, шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр араһында ҡарауһыҙлыҡты бөтөрөү кеүек мөһим дәүләт бурысын дә хәл иткән. Хәҙер хеҙмәт эшмәкәрлеге етди үҙгәрештәр кисергән, әлбиттә, әммә элеккесә законлыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлау төп бурыс булып ҡала.
Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы эшендә яңылыҡтар ҙа барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, Виктор Палагин әйтеүенсә, ҡайһы бер предприятиелар етәкселәре совет заманынан һуң тәүге тапҡыр серлелек режимын боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Тиҙҙән, тип өҫтәне республика Идаралығы начальнигы, махсус орган – Башҡортостан Республикаһында Дәүләт серен яҡлау буйынса комиссия төҙөү мәсьәләһен иң юғары республика кимәлендә тикшереү планлаштырыла.
Матбуғат конференцияһын тамамлап, Виктор Палагин именлек органдары ветерандарын, хеҙмәткәрҙәрен һәм уларҙың ғаилә ағзаларын яҡынлашып килеүсе һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ғәҙәттәгесә, һаулыҡ, уңыштар һәм именлек теләктәренән һуң Федераль именлек хеҙмәте идаралығы начальнигы мөһим өҫтәмә яһаны. Киләһе йыл Өфөлә идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн 90 фатирлыҡ йорт һалынып бөтәсәк. Дөйөм алғанда, Башҡортостан баш ҡалаһында ғына йөҙҙән ашыу ғаилә үҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ, ә республиканың башҡа ҡалаларында тағы 20 Башҡортостан чекистары ғаиләһе өй туйлаясаҡ.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика