11:44 (UTC+5), 15 Декабря 2009

Иң яҡшы шәжәрә төҙөүгә республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Евгений Рәхимҡолов
Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры сәхнәһендә бөгөн Шәжәрәне иң яҡшы төҙөүгә республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
Конкурс БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан ойошторолдо. Конкурсҡа йомғаҡ биш номинацияла яһалды. «Шәжәрәне тәфсирле, ентекле өйрәнгән өсөн» номинацияһында беренсе урынды Баймаҡ районынан Бикмәтовтар ғаиләһе яуланы. «Иң тәрән тамырҙар менән шәжәрә өсөн» номинацияһында беренсе урын Ауырғазы районының Мораҙым ауылы халҡына аҫаба башҡорттар шәжәрәһе өсөн бирелде. «Шәжәрәне өйрәнеү һәм төҙөү барышында фәнни табыш өсөн» номинацияһында Ауырғазы районынан Мәғсүм Йәғәфәров менән Мөҙәрис Сафин еңеүселәр булды. «Шәжәрә төҙөгәндә оригиналлек һәм ижади ҡараш өсөн» номинацияһында беренсе урынды Дыуан районынан Алексей Осипов алды. Ахыр килеп, «Шәжәрә төҙөгәндә ғаилә ҡомартҡыларын файҙаланған өсөн» номинацияһында Әбйәлил районынан Азия Ниязова менән Илмира Мирхәйҙәрова иң яҡшылар булды.
Конкурсты ойоштороусылар үҙ номинацияларында икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яулаған призерҙарҙы ла һәм тағы конкурстың 14 дипломантын билдәләне.
Үҙ шәжәрәңде өйрәнеү республикабыҙ халҡы араһында йылдан-йыл ҙурыраҡ популярлыҡ яулай бара. Башҡортостандың күп ҡалаларында һәм ауылдарында шәжәрә байрамдары ойошторола һәм быуындар күсәгилешлеген һаҡлауға, уртаҡ йолалар нигеҙендә ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыуға, үҙ ырыуыңдың, халҡыңдың һәм тыуған яғыңдың тарихын өйрәнеүгә йүнәлтелгән изге традицияға әүерелде. Хәҙер йәштәр араһында ла үҙ шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһыныусылар йылдан-йыл арта бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика