08:02 (UTC+5), 14 Декабря 2009

Күмертауҙа Палатников исемендәге премия тапшырыу тантанаһы үтте

Марина Шумилова
Күмертауҙа фән, техника, производствоны ойоштороу һәм инновациялар өлкәһендә Александр Палатников исемендәге премия тапшырыу тантанаһы үтте.
Премия 2008 йылда ҡалала вертолет производствоһына нигеҙ һалыусы, авиация заводының беренсе директоры, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Күмертау ҡалаһының Хөрмәтле гражданы Александр Самойлович Палатников иҫтәлегенә булдырыла. Премияны ойоштороусылар – Өфө дәүләт авиация техник университетының Күмертау филиалы һәм «Күмертау авиация производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте.
«Уҡыусылар, техник ижад клубтары тәрбиәләнеүселәре» номинацияһында – «Винттың тартыу көсөн билдәләү өсөн һынау стенды» әҙерләгән Максим Утенков менән Рәлиф Сабанчин премия лауреаттары булды; « ӨДАТУ-ҙың Күмертау филиалы һәм Күмертау авиация техникумы студенттары, аспиранттары һәм уҡытыусылары » номинацияһында ӨДАТУ-ҙың киске бүлеге студенттары — Игорь Кириленкоға «Scholz» автоклавын тикшереү һәм техник эшкәртеү» эше өсөн һәм башҡаларға премиялар тапшырылды.
Лауреаттарҙың барыһына ла иҫтәлекле миҙалдар, дипломдар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика