09:29 (UTC+5), 11 Декабря 2009

Рәшиҙә Солтанова: ғаилә ҡиммәттәре милли идея рангына күтәрелергә тейеш

Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков
«Ҡиммәттәр системаһы» II Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары фестивалендә Башҡортостан Республики Йәмәғәт палатаһының Социаль сәйәсәт һәм мәҙәниәт буйынса комиссияһы рәйесе, БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеү проблемаһын күтәрҙе.
Рәшиҙә Солтанованың фекеренсә, илебеҙҙә ғаилә ҡиммәттәрен милли идея кимәленә күтәрергә кәрәк. Ул, был эштә киң мәғлүмәт саралары ҙур роль уйнай ала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йәмғиәт журналистарҙан күпте көтә. Йәмғиәткә ябай кешеләр, ғаилә бәхете тураһында ыңғай материалдар күберәк кәрәк. Ә йәштәргә ғаилә - ул лимузин менән матур туй ғына түгел, ә етди, көндәлек хеҙмәт тә булыуын өйрәтергә кәрәк.
Фестивалдә ҡатнашыусылар Рәшиҙә Солтанованың Рәсәйҙә ирҙәрҙе яҡлау проблемаһы ла тороуы тураһындағы фекерен хупланы.
— Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөҙ йыл буйына тиң хоҡуҡлылыҡ өсөн көрәше һөҙөмтәһендә ирҙәр етди зыян күрҙе, — тине БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе. – Ирҙәр хоҡуҡтарын яҡлаусы бер генә федераль закон да юҡ.
Башҡортостанда был етешһеҙлек әсәлекте һәм атайлыҡты яҡлау тураһындағы республика законы менән тулыландырылған. Ҡатын-ҡыҙҙар союзы, үҙ яғынан, проблемаға “Ирҙәрҙе һаҡлағыҙ!” акцияһы үткәреп мөрәжәғәт итте. Ул Әбйәлил районынан башланды. Уның асылы ирҙәрҙе эскелектән ҡурсалауға, ғаиләгә айыҡ, хәстәрлекле ир һәм атай итеп ҡайтарыуға ҡайтып ҡала. Һөҙөмтәлә, Рәшиҙә Солтанова әйтеүенсә, 15 ауыл ирҙәре спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙан баш тартты. Бөгөн был изге башланғысты республиканың тағы бер нисә районы күтәреп алды.
Рәшиҙә Солтанова тағы бер проблеманы күтәрҙе – журналистың социаль яуаплылыҡ проблемаһы. Уның әйтеүенсә, профессионал дөрөҫ һәм объектив булырға, журналист материалдары факттарға тәрән анализ нигеҙендә төҙөлөргә тейеш. Ысынбарлыҡты боҙоп күрһәтеү кире һөҙөмтә бирә һәм ҙур зыян килтереүе мөмкин. Профессионализм һәм яуаплылыҡ – бына һәр профессиональ журналистың кредоһы, тип иҫәпләй Рәшиҙә Солтанова.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика