11:45 (UTC+5), 11 Декабря 2009

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө менән!

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов бөтә ватандаштарын Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:
"Ҡәҙерле ватандаштар! Һеҙҙе илебеҙҙең мөһим дәүләт байрамы – Конституция көнө менән ихлас ҡотлайым!
Яңы Төп Закон Рәсәй федератив дәүләтенең, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын юғары ҡиммәттәр сифатында раҫлауҙың ныҡлы сәйәси-хоҡуҡи нигеҙенә әйләнде. Ул Рәсәй демократияһы, граждандар йәмғиәт институттары формалашыуында ысын мәғәнәһендә төп роль уйнай, ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡто тәьмин итә, Рәсәй Федерацияһының оборона һәләтлелеген һәм именлеген нығытыу өсөн шарттар булдыра.
Конституцияға ярашлы ил һәм федерация субъекттары закондары төҙөлә, артабанғы ижтимағи-сәйәси, иҡтисади, социаль һәм рухи-мәҙәни үҫеш буйынса мөһим аҙымдар билдәләнә. Ил Конституцияһының ҙур ижади потенциалы рәсәйлеләрҙең көнкүрешен эҙмә-эҙлекле яҡшыртыуға, күп милләтле Тыуған илебеҙҙең берҙәмлеген, ҡеүәтен һәм халыҡ-ара позицияларын нығытыуға табан стратегик курс үткәрергә мөмкинлек бирә.
Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһының алдынғы, терәк төбәктәренең береһе – бөтә был йылдар эсендә ижад итеү, производствоны һәм социаль өлкәне ҡеүәтләндереү юлынан бара. Башкортостан ил үҫешендә ниндәй лайыҡлы урын биләүен, ҡалаларыбыҙ һәм райондарыбыҙ нисек яҡшырыуын, тормошобоҙ яҡшы яҡҡа ҡырҡа үҙгәреүен һеҙ үҙегеҙ күреп тораһығыҙ. Беҙ киләсәктә лә шулай буласағына ышанабыҙ!
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, рух күтәренкелеге һәм бәхет, Ватаныбыҙ хаҡына изге эштәрегеҙҙә яңынан-яңы уңыштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика