Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Декабрь 2009, 13:10

“Ҡиммәттәр системаһы” II Бөтә Рәсәй фестивале асылды

Өфөлә «Ҡиммәттәр системаһы» II Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары фестивале асылды. Ул ватан журналистикаһының кимәлен күтәреү өсөн медиабаҙар профессионалдары араһында диалогты юлға һалырға, авторҙарҙы хәҙерге замандың мөһим проблемаларын хәл итеүгә йәлеп итергә тейеш. Үткәреү урыны — «Аҡбуҙат» ипподромы манежы.
Фестивалде асыуҙа БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия буйынса идаралыҡ начальнигы Эдуард Юлдашев, РФ Йәмәғәт палатаһының Мәҙәни һәм рухи мираҫты һаҡлау буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары, «МедиаСоюз» вице-президенты Елена Зелинская, «Эксперт» журналының баш мөхәррире, «МедиаСоюз» президенты Валерий Фадеев, республика власть органдары вәкилдәре, журналистар ҡатнаша.
Форумда ҡатнашыусыларға Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов тәбрикләү хаты ебәрҙе. Унда шулай тиелә:
«Һеҙҙе ҡунааҡсыл, боронғо Башҡортостан ерендә ихлас тәбрикләйем! Һеҙҙең форум – уҙып барыусы йылдың мөһим ваҡиғаһы. Киң мәғлүмәт сараларының күп яҡлы эшмәкәрлеге беҙҙең көндәрҙә нығыраҡ талап ителә һәм һөҙөмтәлерәк була бара, уларҙың дәүләт власы органдары менән конструктив хеҙмәттәшлеге киңәйә.
Илдәге рухи климат, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге, үҫеп килеүсе быуындың әхлаҡи йөҙө бигерәк тә һеҙгә бәйләнгән. Бына ни өсөн ижад һәм мәғлүмәт таратыу иреклеге ҡәтғи әхлаҡи принциптарға таянырға тейеш.
Беҙҙең күп килләтле Башҡортостан иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең тотороҡло үҫеше менән айырылып тора. Бында мәҙәни ҡаҙаныштарҙы, рухи традицияларҙы һаҡлау һәм арттырыу, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу һәм кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу өсөн күп эшләнә. Бөтә был процестарҙа республика киң мәғлүмәт сараларының мөһим роль уйнауы ҡыуаныслы.
Һеҙҙең фестиваль ватан журналистикаһының көнүҙәк проблемаларын уңышлы тикшереүгә булышлыҡ итер, киң мәғлүмәт сараларының артабанғы профессиональ үҫешенә һәм ижади әүҙемлегенә хеҙмәт итер, тип ышанам.
Һеҙгә яҡшы кәйеф, рух күтәренкелеге һәм бәхет, бөтә Рәсәй именлеге хаҡына яңы ижади идеялар һәм уңыштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов".
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев ҡотланы:
- Хәҙерге йәмғиәттә ғаилә, мөхәббәт, ышаныс кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙе һаҡлау бик мөһим, – тине Дәүләт советнигы, — беҙ улар менән йәшәйбеҙ һәм теге донъяға ла улар менән китәбеҙ. Бөгөн форумда был мәңгелек ҡиммәттәр масс-медиа аша кешеләргә нисек еткерелеүе хаҡында һүҙ барасаҡ. Киң мәғлүмәт саралары рухилыҡты тергеҙеүгә мөмкин тиклем күберәк иғтибар бирһендәр ине, тип бик тә теләйбеҙ.
Медиафорумды Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостан Хөкүмәте, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ ярҙамында «МедиаСоюз» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы һәм РФ Йәмәғәт палатаһы үткәрә.
Фестиваль йомғаҡтары буйынса медиаберләшмә өсөн эксперттар рекомендациялары ҡабул ителәсәк.
Автор:Эльвира Латипова, Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: