12:48 (UTC+5), 11 Декабря 2009

Галина Карелова менән эш осрашыуы

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов 11 декабрҙә Республика Йортонда Рәсәй Дәүләт Думаһының Бюджет һәм һалымдар буйынса комитеты рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Үҙәк контроль-ревизия комиссияһы ағзаһы Галина Карелова менән эш осрашыуы үткәрҙе.
Осрашыуҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан бүлексәһенең эше, партия ҡоролошо проблемалары менән бәйле мәсьәләләр ҡаралды.
Галина Карелова социаль проблемаларҙы хәл итеүҙә һәм һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙә республика тәжрибәһен юғары баһаланы. Дәүләт Думаһы депутаты федераль кимәлдә уңышлы тормошҡа ашырырлыҡ ҡайһы бер проекттарҙы билдәләне. Атап әйткәндә, республика халҡына юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү тураһында һүҙ барҙы.
— Сиктән тыш ҡатмарлы операцияларҙың үҙ республикағыҙҙа үткәрелеүе бик мөһим, юҡһа, бүленгән квоталар буйынса пациентҡа Мәскәүгә йәки Санкт-Петербургҡа барырға тура килер ине, — тип билдәләне Галина Карелова.
Ул, ҡатмарлы иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда бөтә социаль йөкләмәләр тулы күләмдә үтәлә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика