09:55 (UTC+5), 10 Декабря 2009

Оториноларингология үҙәге директоры Н.А.Дайхес менән осрашыу

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
10 декабрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының Фәнни-клиник оториноларингология үҙәге директоры Николай Дайхес менән эш осрашыуы үткәрҙе. Республикаға ғилми-тикшеренеү институты директоры “Фәнни-клиник оториноларингология үҙәге” федераль дәүләт учреждениеһының Өфө филиалы эше менән танышыу өсөн килгән. Филиалды асыу тураһында килешеүгә 2009 йылдың башында өлгәшелде. Николай Дайхес Башҡортостан Президентына филиалды асыуҙа ярҙам иткәне һәм балаларҙың һаулығын һаҡлау проблемаларына ҙур иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе. Фәнни-клиник үҙәк директоры, яҡын көндәрҙә Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән насар ишетеүсе балаларға кохлеар имплантация буйынса 11 операция яһаласаҡ, тип хәбәр итте. Киләсәктә филиал Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан балаларҙы дауалауға ҡабул итәсәк. Республиканан белгестәр Фәнни-клиник оториноларингология үҙәгендә кәрәкле уҡыу үтте. Өфө филиалын йыһазландырыу өсөн заманса медицина ҡорамалдары һатып алынды.
Николай Дайхес республика медицина учреждениеларының профессиональ һәм техник базаһы кимәленең юғары булыуын билдәләне. Ул, Башҡортостандың оториноларингология өлкәһендәге тәжрибәһе бөтә Рәсәйгә таратыласаҡ, тигән ышаныс белдерҙе.
***
Башҡортостанда республика Президенты Указы менән 2008-2010 йылдарға «Башҡортостан Республикаһында кохлеар имплантация» Президент программаһы булдырылған һәм уңышлы тормошҡа ашырыла. Мортаза Рәхимов юғары технологик ярҙам күрһәтеүсе медицина үҙәктәрен тап төбәктәрҙә асырға кәрәк, тип иҫәпләй. Башҡортостан киләсәктә лә балаларҙың һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән конструктив проекттарҙы яҡлаясаҡ, тип ышандырҙы республика башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика