08:21 (UTC+5), 10 Декабря 2009

Мәктәп өсөн рәхмәт!

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Республикаһы Президенты исеменә Бишбүләк районының Айыт ауылы халҡынан рәхмәт хаты килде.
"Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы! Һеҙгә тәрән һәм ихлас рәхмәт һүҙҙәре менән Бишбүләк районының Айыт ауылы халҡы мөрәжәғәт итә. Быйылғы йыл ауылыбыҙ тарихына сағыу, онотолғоһоҙ бит булып инәсәк. Фатих Кәримдең 100 йыллығына ҡарата капиталь ремонттан һуң шағир-патриот исемен йөрөтөүсе мәктәп танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Йылдар үтеү менән иҫкереп туҙған бина бер нисә ай эсендә генә ошондай заманса, бай, күркәм төҫ алыр, тип кем уйлаған!
Бөгөн яңыртылған мәктәптә бөтә нәмә шатландыра: йылытылған һәм тыштан сифатлы материалдар менән көпләнгән стеналар, капиталь ремонтланған түбә ябыуы, ҡояш нурҙарына ялтлап торған пластик тәҙрәләр, кафель плитка түшәлгән иҙәндәр, асыҡ төҫкә буялған коридорҙар һәм кластар, яҡты ашхана һәм иркен спортзал. Быларҙың барыһына ла тиҫтәләгән, йөҙләгән кешеләрҙең күңел йылыһы һалынған. Капиталь ремонттан һуң мәктәпте асыу байрамында сығыш яһаусыларҙың барыһы ла, хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы, Һеҙгә, республика Хөкүмәтенә ауыл эшсәндәре, үҫеп килеүсе быуын, ауыл уҡытыусылары хаҡында ҙур хәстәрлегегеҙ өсөн рәхмәт белдерҙе.
Быйыл көҙ Фатих Кәрим исемендәге мәктәп шағир-патриоттың 100 йыллығына арналған тантаналарға Башҡортостандан, Татарстандан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән бик күп ҡунаҡтар – танылған прозаиктар һәм яҙыусыларҙы, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен ҡабул итте. Ҡунаҡтар балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙҙең ниндәй матур шарттарҙа уҡыуын һоҡланып билдәләнеләр. Уларҙың сифатлы белем алыу, үҙ һәләттәрен үҫтереү, спорт һәм ижад менән шөғөлләнеү, ял итеү өсөн бөтә мөмкинлектәре булыуы беҙҙе шатландыра.
Хәҙерге ваҡытта Айыт мәктәбендә 210 уҡыусы белем ала. “Мәғариф” милли проекты буйынса алынған автобуста көн һайын Кәрим, Алексеевка, Мулланур-Вахитов, Туҡай ауылдарынан балаларҙы дәрестәргә йөрөтәләр.
Яңы һәм капиталь ремонтланған мәктәптәр, дауаханалар һәм мәҙәниәт йорттары, торлаҡ һәм юлдар – ул республикабыҙҙың символы, аҡыллы, киләсәккә йүнәлтелгән социаль-иҡтисади сәйәсәт һөҙөмтәһе. Беҙ тотороҡло һәм сәскә атыусы республикала йәшәүебеҙ менән ғорурланабыҙ. Һеҙгә, Мортаза Ғөбәйҙулла улы, ныҡлы һаулыҡ, тыуған Башҡортостаныбыҙ именлеге хаҡына эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Айыт ауылы халҡы исеменән Айыт ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Р.Ф. Ғимазетдинов», тиелә хатта.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика