17:31 (UTC+5), 09 Декабря 2009

Мортаза Рәхимовҡа рәхмәт белдерҙеләр

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фонды президенты Александр Крутовтан хат килде. Ул Сергей Тимофеевич һәм Иван Сергеевич Аксаковтарҙың тыуған яғы – Башҡортостанда ун туғыҙынсы тапҡыр үткәрелгән халыҡ-ара Аксаков байрамын ойоштороуҙа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерә.
«Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Германиянан, Болгариянан, Белоруссиянан байрамға килгән күп һанлы ҡунаҡтарҙа Аксаков студенттар балы айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Бөйөк рус яҙыусыһы иҫтәлегенә арналған байрамда Башҡортостандың шул тиклем уҡыусы һәм студент йәштәре ҡатнашыуы үтә лә ҡыуаныслы, был Рәсәйҙең киләсәгенә ышаныс уята.
Күп йылдар Һеҙҙе талантлы сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре итеп белгәнгә күрә, күптән инде Рәсәй сиктәрен аша атлаған, халыҡ-ара мәҙәни генә түгел, хатта иҡтисади бәйләнештәр ҙә ҡуҙғатылған был байрам Һеҙҙең шәхси ярҙамдан тыш был тиклем киң күләмле була алмаҫ ине, тип әйтә алам.
Халыҡ-ара Аксаков байрамына һәр яҡлап ярҙам иткәнегеҙ һәм Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фонды программаларының береһе – Аксаков урындарын төҙөкләндергәнегеҙ өсөн Һеҙгә ихлас рәхмәтемде белдерергә рөхсәт итегеҙ», — тиелә Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фонды президенты Александр Крутовтың хатында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика