12:23 (UTC+5), 07 Декабря 2009

Элеонора Митрофанова ЮНЕСКО башҡарма советы рәйесе итеп һайланды

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов ЮНЕСКО ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһының даими вәкиле Элеонора Митрофановаға хат ебәрҙе. Ул уны ЮНЕСКО башҡарма советы рәйесе вазифаһына һайланыуы менән ҡотлай. Хатта шулай тиелә:
«Хөрмәтле Элеонора Валентиновна! Һеҙҙе Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса башҡарма совет рәйесе вазифаһына һайланыуығыҙ менән ихлас ҡотлайым.
Был абруйлы ойошманың 60 йылдан ашыулыҡ тарихы осоронда халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең яуаплы органы – ЮНЕСКО башҡарма комитетын тәүге тапҡыр Рәсәй Федерацияһы вәкиле етәкләй. Был күркәм факт хәҙерге Рәсәйҙең ЮНЕСКО компетенцияһының бөтә өлкәләрендә тиерлек ҡатнашыу тәжрибәһенә эйә булған халыҡ-ара роленә бик тә тап килә.
Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһының төп субъекттарының береһе – 10 йылдан ашыу ЮНЕСКО менән әүҙем бәйләнеш тота, уның бөтә сараларында, программаларында һәм проекттарында ҡатнаша. Мәҫәлән, 2008 йылдың мартында берлектәге акция – ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында Башҡортостан Республикаһы Презентацияһы үткәрелә, унда Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү – ЮНЕСКО менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһындағы Коммюникеға ҡул ҡуйыла. Был документта мәғариф, фән һәм мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм коммуникация, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәре билдәләнә».
Мортаза Рәхимов Элеонора Митрофановаға именлек, яуаплы халыҡ-ара эшмәкәрлегендә уңыштар теләй һәм уны Башҡортостанға килеп китергә саҡыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика