10:35 (UTC+5), 07 Декабрь 2009

Бөгөн Рәсәйҙә матәм көнө

"Башинформ"
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев 7 декабрҙе Пермь фажиғәһендә һәләк булыусылар буйынса Бөтә Рәсәй матәм көнө тип иғлан итте.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, Пермь ҡалаһындағы ҡот осҡос янғын үткән шәмбе сыҡты. Алдан фаразлауҙар буйынса, янғындың сәбәбе - ябыҡ бинала пиротехника ҡулланыуҙың ябай ҡағиҙәләрен боҙоу. Һөҙөмтәлә йөҙҙән ашыу кеше һәләк булды, ауыр йәрәхәттәр алыусылар һаны бихисап.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Пермь ҡалаһының төнгө клубында янғын сығыу сәбәпле Пермь крайы губернаторы Олег Чиркуновҡа ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе.
“Башҡортостан халҡын Пермдәге фажиғә - төнгө клубта сыҡҡан янғын арҡаһында кешеләрҙең һәләк булыуы тураһындағы хәбәр - тетрәндерҙе. Крайҙа йәшәүселәрҙең барыһының да, һәләк булыусыларҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ”, - тиелә Мортаза Рәхимовтың телеграммаһында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика