10:02 (UTC+5), 07 Декабря 2009

Альбир Крганов: Рәсәй мосолмандарының «алтын фонды» Өфөлә тупланһын

Сыуаш Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфти Альбир Крганов Рәсәй мосолмандарының «алтын фондын» Өфөгә ҡайтарырға тәҡдим индерҙе.
—Ислам Урта Волга буйына һәм Уралға үтеп ингәндән алып 11 быуаттан ашыу ваҡыт дауамында илебеҙҙең был өлөшөндә ғәрәп, фарсы, ә һуңынан татар һәм башҡорт телдәрендә китаптар күренә башлай, - тине ул. – 220 йыл элек Өфө илебеҙ мосолмандарының дини үҙәге булып танылғас, боронғо китаптарҙың күп өлөшө ошо ҡалала туплана һәм Ырымбур мосолман диниә йыйылышына һаҡлауға тапшырыла.
Әммә һуңынан совет дәүерендә быуаттар буйына тупланған был мәҙәни мираҫтың бер өлөшө юҡ ителә, ә бер өлөшө Өфөнән сығарыла. Бөгөн, Альбир Крганов фекеренсә, Рәсәй мосолмандарының был «алтын фондын» ҡайтанан Өфөлә тупларға кәрәк:
— Илебеҙҙең ислам динен тотоусылар йәшәгән күп төбәктәрендә боронғо китаптар һаҡланып ҡалған. Был мираҫ таралып ятмаһын, ә бер урында һаҡланһын өсөн, уларҙы элекке урынында йыйырға кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика