11:09 (UTC+5), 04 Декабря 2009

БР Президенты Мортаза Рәхимов “Владимир Путин менән һөйләшеү. Дауамы” тапшырыуы тураһында

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов 2009 йылдың 3 декабрендә булып үткән “Владимир Путин менән һөйләшеү. Дауамы” телетапшырыуы тураһында үҙ фекерен белдерҙе. Республика башлығы былай тине:
“Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесенең илдәге дөйөм хәлгә ҡағылышлы баһалары менән килешергә мөмкин.
Көрсөклө 1998 йылдан айырмалы, әле кешеләрҙә паника юҡ, хәл тотороҡло. Элекке йылдарҙа өлгәшкән социаль стандарттарҙы һаҡлап ҡалыу был йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә булды. Күпселек ошо ауыр осорҙо уңышлы үткәреүебеҙгә һәм яҡын арала иҡтисадтың, тимәк, йәшәү кимәленең дә үҫеш алыуына инана. Тыуымдың кәмемәйенсә, киреһенсә, артыуы киләсәгебеҙгә һәм балаларыбыҙҙың киләсәгенә оптимизм менән ҡарауыбыҙҙы сағылдыра.
Башҡортостандағы хәл быға асыҡ дәлил. Республиканың көрсөккә ҡаршы саралар уңышлы тормошҡа ашырылған 14 төбәге иҫәбенә инеүен РФ Төбәктәр үҫеше министрлығының таныуы осраҡлы түгел.
Бирелгән һорауҙарҙың характеры ла иғтибарҙы йәлеп итә. Рәсәйҙәрҙе торлаҡ-коммуналь өлкә, социаль һәм пенсия тәьминәте проблемалары, предприятиеларҙың тотороҡло эш перспективалары һәм эшкә урынлашыу мәсьәләләре борсой. Борсолоу бар, әммә Хөкүмәт тарафынан үткәрелгән курсҡа ҡаршы фекерҙәр юҡ. Йәмғиәттә сәйәси курс менән килешеү күҙәтелә. Кешеләрҙе сәйәси идеологиялар ҡыҙыҡһындырмай. Улар йәшәү сифатын күтәреү юлдары хаҡында уйлана - күпселек рәсәйҙәрҙең төп идеологияһы бына ошо.
Һорау менән яуаптарҙың аныҡ булыуы бөгөн властың тормоштан айырылмауын, урындарҙағы хәлде яҡшы күҙ алдына килтереүен һәм граждандарҙың ышанысы менән файҙаланыуын күрһәтә. Был асыҡ һөйләшеүҙең яҡшы һөҙөмтәһе.”
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика