08:33 (UTC+5), 03 Декабря 2009

Владимир Путин бөгөн рәсәйлеләр менән “тура бәйләнеш” үткәрә

Марина Шумилова
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин бөгөн һигеҙенсе тапҡыр рәсәйлеләр менән “тура бәйләнеш” үткәрәсәк. Был махсус программа “Владимир Путин менән һөйләшеү. Дауамы” тип атала һәм “Россия”, “Вести” телевизион каналдарында, “Маяк”, “Радио России” радиостанцияларында туры эфирҙа Мәскәү ваҡыты менән 12 сәғәттә башлана.
Был юлы Премьер-министрға һорауҙарҙы тура эфир ваҡытында ғына түгел, ә 8-800-200-40-40 телефоны аша (шылтыратыуҙар бушлай) һәм 04040 номерына шулай уҡ бушлай СМС ярҙамында бирергә була.
Электрон матбуғат баҫмалары хәбәр итеүҙәренсә, 2 декабргә Владимир Путинға 700000 мөрәжәғәт килгән дә инде.
Премьер-министр вазифаһында Владимир Путин Рәсәй граждандары менән беренсе интерактив аралашыуҙы былтыр 4 декабрҙә үткәрҙе. Премьер–министр рәсәйлелер менән аралашыу өсөн студия урынлаштырылған Каруанһарай һайланған ине. Унда иң ҡыҙыҡлы һорауҙар ебәргән 400 кеше йыйылды. Һорауҙарҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһы лидерҙарының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә һайлап алдылар. Улар күберәк иҡтисади көрсөк, эштән бушатылыу, производство һәм эш хаҡы кәмеүе тураһында ине. Былтыр Владимир Путин телефон, интернет һәм СМС аша килгән 80 һорауға яуап бирҙе. Был һөйләшеү 3 сәғәт 8 минут дауам итте һәм 2007 йыл рекордынан 3 минутҡа күберәк булды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика