11:09 (UTC+5), 03 Декабря 2009

Муниципаль берәмектәр - Бөтә Рәсәй муниципалитеттар конкурсында еңеүселәр иҫәбендә

Марина Шумилова
Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе, "Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре советы" Ассоциацияһы идараһы рәйесе, Иглин районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Ришат Исхаҡов, Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советының төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары, Белорет районы муниципаль районы Советы рәйесе Евгений Карепанов һәм Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе Советы рәйесе Сыңғыҙ Яруллин составындағы Башҡортостан делегацияһы Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советының III съезы эшендә ҡатнашты.
Съезд Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советының Үҫеш стратегияһын ҡабул итте, шулай уҡ Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советы Уставына төҙәтмәләрҙе раҫланы. Ҡабул ителгән Стратегияға ярашлы, Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып муниципаль берләшмәне урындағы үҙидара һәм тотош ил үҫешенә ҡағылышлы мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүгә ылыҡтырыу, урындаҫы үҙидараны үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләре буйынса дөйөм объектив фекер формалаштырыу, урындағы үҙидара органдарының һөҙөмтәле эшләүе өсөн хоҡуҡи шарттар булдырыуға булышлыҡ итеү, уларҙың дәүләт власы органдары менән үҙ-ара эш итеүен көсәйтеү тора. Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советының өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбендә – муниципаль кадрҙар резервын булдырыу. Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советы базаһында эшләүсе Йәш урындағы үҙидара лидеры мәктәбе лә тап шуға йүнәлтелгән. Рәсәй Федерацияһының 50 субъектынан 100-гә яҡын вәкил уны тамамланы ла инде.
Съезда РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы һәм Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советы ойошторған муниципаль берәмектәрҙең Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары иғлан ителде. Дөйөм алғанда, 1200 муниципалитет ҡатнашҡан 2009 йылғы конкурс еңеүселәре араһында Башҡортостандан муниципаль берәмектәр һәм муниципалитеттар етәкселәре лә бар. «Иң яҡшы урындағы хакимиәт башлығы» номинацияһында беренсе урын Дәүләкән районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Закир Бикбулатовҡа бирелде. «Социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең иң яҡшы практикаһы» номинацияһында был конкурста элек беренсе урындар яулаған Өфө ҡалаһы ҡала округы юғары дәрәжә Диплом менән билдәләнде. Был номинацияла беренсе урынды Белорет районы муниципаль районы яуланы. Муниципаль идаралыҡтың алдынғы практикаһы өсөн конкурстың махсус Дипломы менән Дүртөйлө ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Рәшит Ғайсин билдәләнде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика