Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Декабрь 2009, 14:23

Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе сәйәси Советының киңәйтелгән ултырышы үтте

Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе сәйәси Советының киңәйтелгән ултырышы үтте
Кисә Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сәйәси Советының киңәйтелгән ултырышы булып уҙҙы. Уның эшендә Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы һәм БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары, “Берҙәм Рәсәй” партияһыныңњ XI съезы делегаттары, йәштәр палатаһыћактивистары һәм “Берҙәм Рәсәй” Йәш гвардиясылары” ағзалары ҡатнашты. Ултырышты БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайы рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сәйәси Советы секретары Константин Толкачев алып барҙы. барды.
Киңәйтелгән ултырыштың көн тәртибенә өс мәсьәлә сығарылды. “Берҙәм Рәсәй” партияһыныңњ XI съезы ҡараҙарын тормошҡа ашырыу буйынса партияның төбәк һәм урындағы бүлексәләренең бурыстары” тип аталған төп доклад менән Константин Толкачев сығыш яһаны.
– Башҡортостан Президенты, “Берҙәм Рәсәй” партияһыныңњ Юғары советы ағзаһы Мортаза Рәхимов етәкселегендә үткәрелгән аҡыллы дәүләт сәйәсәте һөҙөмтәһендә республика һуңғы йылдарҙа бөтә өлкәләрҙә лә тотороҡло үҫеш юлына баҫты. Шуға ла финанс көрсөгө республиканың социаль-иҡтисади тормошонда ныҡ сағылманы. Республиканың социаль-иҡтисади ҡеүәтен арттырыуға һәр яҡлап булышлыҡ итеү төп йүнәлеш булырға тейеш, – тине Константин Толкачев.
XI съезда “Берҙәм Рәсәй” партияһыныңњ Уставына индерелгән төҙәтмәләргә һәм өҫтәмәләргә ярашлы, дәүләт власы органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына депутатлыҡҡа күрһәтеү өсөн кандидаттарҙы билдәләгәндә алдан партия эсендә тауыш биреү процедураһын үткәреү зарур. Ошо талапты үтәп, киңәйтелгән ултырыш эшендә ҡатнашыусылар алдан тауыш биреү юлы менән 2010 йылдың 14 мартында үтәсәк һайлауҙарға БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына депутатлыҡҡа “Берҙәм Рәсәй” партияһының кандидаттарын билдәләне.
Сәйәси совет ағзалары 49-сы Көньяҡ округы буйынса Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының баш врачы Ринат Нагаевтың, 50-се Мәләүез округы буйынса “Газсервис” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Николай Крюковтың кандидатураларын күрһәтте.
Ултырышта “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең төбәк Контроль- ревизия комиссияы тураһында” Положениеһы ҡаралды һәм ҡабул ителде.
Автор:Марина Шумилова
Читайте нас: