05:12 (UTC+5), 01 Декабря 2009

Башҡортостан парламенты депутаттары ижади йәштәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәрен киңәйтә

Николай Ермоленко
Башҡортостан парламенты депутаттары йәш таланттар һәм ижади йәштәрҙең мәҙәни эшмәкәрлегенә дәүләт ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәрен киңәйтә. Рәсәй Федерацияһында – Йәштәр йылы, Башҡортостанда – Йәштәр башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылында депутаттар “Мәҙәниәт тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекты әҙерләп, был законды камиллаштырыу буйынса эш башланы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ноябрь ултырышында закон проекты хупланды һәм беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Эльвира Юнысова аңлатыуынса, был проектта Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдарының йәш таланттарға һәм ижади йәштәргә дәүләт ярҙамының төрлө саралар комплексы ҡаралған. Мәҫәлән, йәш таланттарҙы асыҡлау өсөн үткәреләсәк күргәҙмә һәм конкурстар, ижади ҡаҙаныштары өсөн йәштәрҙе дәртләндереү (стипендиялар, гранттар, премиялар һәм башҡалар), ижади лагерҙар ойоштороу, ижади һәм талантлы балаларҙы сәләмәтләндереү һәм ялдарын ойоштороу ваҡытында төрлө семинарҙар үткәреү, республика бюджеты иҫәбенә, БР Хөкүмәте раҫлаған тәртипкә ярашлы, урта һәм юғары белем алыуға булышлыҡ итеү.
Закон проектында шулай уҡ балаларҙы һәм йәштәрҙе ижадҡа һәм мәҙәни үҫешкә ылыҡтырыу буйынса граждандарҙың эшмәкәрлеген дәртләндереү ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика