Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.26
-0.03
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Ноябрь 2009, 13:40

3 декабрҙә Премьер-министр Владимир Путин рәсәйҙәр менән "тура линия" үткәрә

РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин 3 декабрҙә рәсәйҙәр менән "тура линия" үткәрәсәк. Был инде халыҡ менән телефон аша һигеҙенсе аралашыу буласаҡ. "Рәсәй" телеканалы хәбәр итеүенсә, махсус программа " Владимир Путин менән һөйләшеү. Дауамы" тип аталасаҡ һәм “Рәсәй”, "Вести" телеканалдарының, "Маяҡ" һәм "Радио России" радиостанцияларының тура эфирында Мәскәү ваҡыты менән сәғәт 12-лә башланасаҡ.
Путиндың премьер-министр вазифаһында Рәсәй граждандары менән беренсе интерактив аралашыуы 2008 йылдың 4 декабрендә үткәрелгәйне һәм уның президент сағындағы "тура линия"ларынан студиялағы шарттар, һорауҙарҙың һаны һәм киҫкенлеге менән айырылып торғайны. Иҡтисади көрсөк рәсәйҙәрҙең һорауҙарында сағылды, улар премьер менән һөйләшкән ваҡытта йыш ҡына эштән сығарыу, производствоны һәм эш хаҡын ҡыҫҡартыу темаһына әйләнеп ҡайтты. Премьерҙың шәхси тормошона ҡағылышлы һорауҙар аҙыраҡ булды. Бер йыл элек Владимир Путин телефон, sms һәм интернет аша бирелгән 80 һорауға һәм үтенескә яуап бирә алды. Оҙайлылығы буйынса был һөйләшеү өс сәғәт һигеҙ минут дауам итте, шулай итеп, 2007 йыл рекордынан өс минутҡа ашып киткәйнее.
Былтыр премьер-министрҙың рәсәйҙәр менән аралашыуы өсөн Ҡунаҡһарайҙа студия ойошторғайнылар. Унда иң ҡыҙыҡлы һорауҙар ебәргән 400-ләп кеше йыйылды, уларҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһы лидерының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре һайлап алды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путиндың 2002 йылда телевидение аша икенсе президент аралашыуы ваҡытында дәүләт башлығы менән тура бәйләнеш өсөн күсмә телестанцияларҙың береһе Башҡортостандың Ауырғазы районы үҙәге – Талбазы ауылында урынлаштырылғайны.
Автор:Марина Шумилова
Читайте нас: