15:59 (UTC+5), 26 Ноябрь 2009

Әсә көнө менән!

"Башинформ"
Башҡортостан Республикаһы Президенты республика ҡатын-ҡыҙҙарын Әсә көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә:
“Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар!
Һеҙҙе матур байрам – Әсә көнө менән ҡотлайым!
Доньяла әсә һөйөүенән дә эскерһеҙерәк һәм ҡиммәтерәк бер нәмә лә юҡ. Әсәнең бөтмәҫ-төкәнмәҫ изгелеге һәм күңел йомартлығы беҙҙе ғүмер буйы ауырлыҡтарҙан ҡурсалай, иң ҡыйын ваҡыттарҙа ышаныслы таяныс һәм ҡалҡан булып тора.
Башҡортостан Республикаһында әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау мәсьәләләре социаль сәйәсәттең мөһим йүнәлештәре иҫәпләнә. Беҙҙә төрлө ҡатын-ҡыҙҙар учреждениелары, балалар баҡсалары һәм мәктәптәр әүҙем төҙөлә, яңы физкультура- һауыҡтырыу комплекстары асыла.
Күп балалы ғаиләләргә айырым иғтибар бүленә, улар өсөн беҙҙә өҫтәмә льготалар һәм пособиелар билдәләнгән. Дүрт балалы ғаиләләргә ай һайын – 1500-әр, биш һәм унан күберәк балалалыларына 2000-әр һум пособие түләнә. Туғыҙ һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балалары булған ғаиләләргә бушлай “ГАЗель” микроавтобустары бүленә. Быйыл ишле балалы ғаиләләргә торлаҡ һатып алыу өсөн социаль түләүҙәр тураһындағы республика законы ғәмәлгә инде.
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Һеҙҙе тағы ла бер тапҡыр ошо йәмле һәм яҡты байрам – Әсә көнө менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Һеҙҙең һәр көнөгөҙ тыныслыҡта һәм шатлыҡта үтһен, ғаилә усағы йылыһын, ҡәҙерлеләрегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың иғтибарын тойоп йәшәгеҙ.
Бөтәгеҙгә лә ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, изге теләктәрегеҙҙең бойомға ашыуын һәм яҡшы кәйеф теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов.”
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика