16:22 (UTC+5), 26 Ноября 2009

Изге Ҡорбан байрамы менән!

"Башинформ"
Башҡортостан Республикаһы Президенты республика мосолмандарын изге Ҡорбан байрамы менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә:
“Башҡортостан Республикаһы мосолмандары!
Барығыҙҙы ла исламдың төп байрамдарының береһе – изге Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлайым!
Ҡорбан килтереү байрамы исламдың күп быуатлыҡ мәҙәниәтендәге йолаларҙы, мосолмандың иң яҡшы сифаттарын – миһырбанлыҡты, шәфҡәтлелек һәм рәхмәтле булыуҙы, рухи сафлыҡҡа һәм камиллыҡҡа ынтылышты сағылдыра. Башҡортостанда был боронғо байрам киң һәм күңелле билдәләнә. Йыл һайын хаж ҡылына, мәсеттәрҙә тыуған ерҙең именлеге хаҡында доғалар яңғырай. Ислам динен тотоусылар өсөн был байрам көндәре – рухи камиллыҡ һәм мохтажлыҡ кисереүселәргә иғтибар осоро ул.
Халыҡтар араһындағы татыулыҡ, төрлө милләт һәм дин вәкилдәре менән әхлаҡлылыҡты һәм йәмғиәт рухлылығын тергеҙеүҙәге берлектәге эш республикабыҙҙың лайыҡлы ҡаҙаныштарының береһе булып тора.
Беҙ мосолмандарҙың Башҡортостан тормошондағы ролен юғары баһалайбыҙ. Улар ғаилә мөнәсәбәттәрен, рухи һәм әхлаҡи нигеҙҙәрҙе нығытыуға, хәйриәлекте үҫтереүгә, экстримизмға һәм башҡалар менән иҫәпләшмәүсәнлеккә ҡаршы көрәшкә булышлыҡ итеүсе шарттар булдырыуға үҙ өлөшөн индерә.
Республика өсөн традицион конфессиялар вәкилдәренең тырышлығы киләсәктә лә Ватаныбыҙҙың рухи тергеҙелеүенә, халыҡтар араһында үҙ-ара килешеп йәшәүгә һәм татыулыҡҡа йүнәлтелер, тип ышанам.
Ысын күңелдән һеҙгә һәм яҡындарығыҙға тыныслыҡ һәм именлек, ныҡлы сәләмәтлек, бәхет теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов.”
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика