Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.27
+0.15
100.74
+0.24
70.89
+0.28
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Ноябрь 2009, 10:46

Өфөлә "Башҡортостан-Германия" дуҫлыҡ йәмғиәтенең V республика конференцияһы үтте

БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайының бәләкәй залында "Башҡортостан-Германия" дуҫлыҡ йәмғиәтенең V республика отчет–һайлау конференцияһы үтте. “Киләсәк хаҡына әңгәмә” тип исемләнгән конференцияла йөҙҙән ашыу делегат ҡатнашты. Улар араһында дәүләт власы органдары, мәғариф, фән, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ DAAD ( Германияның академик алмашыуҙар хеҙмәте) һәм Галле ҡалаһынан (Германия) “Башҡортостан дуҫтары” йәмғиәте вәкилдәре. Конференцияны Йәмғиәт рәйестәше, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев алып барҙы. Ул, форумда асып, ҡатнашыусыларға БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы рәйесе Константи Толкачевтың, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың, Екатеринбургта Федератив Германия республикаһының Генераль консулы Рената Шимкорайттың, республиканың минситрлыҡтары һәм ведомстволарҙың сәләмләү телеграммаларын уҡып ишеттерҙе.
Идараның отчет доклады менән сығыш яһаусы Рәсәй Федерацияһы буйынса Саксония иҡтисады вәкиле Валерий Курилов һүҙҙәре буйынса, быйылғы йыл юбилей даталарына бай булды. Германия Федератив республиканың 65 йыллығы; Берлин стенаһының емерелеүенә - 20 йыл; "Рәсәй-Германия" рәсәй-германия дуҫлыҡ йәмғиәтенең 60 йыллығы, "Башҡортостан-Германия" дуҫлыҡ йәмғиәтенең 40 йыллығы. 2009 йылда "Башҡортостан-Германия" дуҫлыҡ йәмғиәте 40 йыллығын байрам итә.
Германия менән Рәсәйҙе бөгөн сәйәси, иҡтисади, мәҙәни һәм ижтимағи өлкәләрҙә әүҙем хеҙмәттәшлек бәйләй. Дәүләттәребеҙ араһында уҡыусылар менән алмашыуҙан алып күп миллионлыҡ сауҙа-иҡтисади контракттар төҙөүгә тиклем үҙ-ара тығыҙ мөнәсәбәттәр урынлаштырылған. Германия менән Рәсәй стратегик хеҙмәттәшлектән ике яҡҡа ла файҙа алыуға өлгәшкән партнерҙар булып тора Гражданлыҡ йәмғиәте өлкәһендә аралашыу бәйләнеш урынлаштырырға һәм шулай итеп үҙ-ара аңлашыуҙы яҡшыртырға ярҙам итәсәк. Һалле һәм Өфө кеүек, ҡалалар араһында туғандарса мөнәсәбәттәр урынлаштырыу быға өлгө булып тора ла.
Өфөлә 2009 йылда "Германия берҙәмлеге көндәре"н байрам итеү Германия менән Башҡортостан Республикаһы араһындағы изге хеҙмәттәшлекте сағылдырыусы мөһим юбилей датаһы булып тора. Был даталар Башҡортостан менән Германия араһындағы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлектең айырымланыу осоронда, "һалҡын һуғыш" дәүерендә үк башланыуын сағылдыра. Германия берләшкәндән һуң беҙҙең аралағы хеҙмәттәшлек тағы ла әүҙемерәк дауам итте.
Һуңғы дүрт йыл эсендә Дуҫлыҡ йәмғиәте Башҡортостанда немец телен һәм мәҙәниәтен популярләштереүгә, халыҡтар араһында аралашыуҙы һәм бер-береңде аңлауға йүнәлтелгән байтаҡ саралар үткәрҙе. Быға йәмғиәт эсендә яңы ойошмалар барлыҡҡа килеүе лә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, “Партнер” башҡорт-герман бизнес клубы, башҡорт-герман йәштәр форумы, “Башҡортостан – Германия” экономистары ассоциацияһы, “Башҡортостан – Германия” ватандаштар менән бәйләнеш йәмәғәтселек советы, “Башҡортостан – Германия” халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ҡатнашыусылары – Башҡортостан вуздары ассоциацияһы.
- 2009 йыл Башҡортостан һәм Германия араһындағы хеҙмәттәшлектең артабан үҫешенә көслө этәргес булып торҙо, - тине Валерий Курилов. - Быны Екатеринбургта Федератив Германия республикаһы вәкиллегенең тап беҙҙең республикала Немец берҙәмлеге көндәрен билдәләүе раҫлап тора. Бөгөн Башҡортостандың граждандар йәмғиәтен “Башҡортостан – Германия” дуҫлыҡ йәмғиәтенен башҡа күҙ алдына килтереп булмай.
Конференцияла ҡатнашыусылар уҙған йылға йомғаҡлау яһаны, “Башҡортостан – Германия” дуҫлыҡ йәмғиәтенең 2010 йылға эш планын раҫланы һәм Идаралыҡтың яңы составын һайланы.
Автор:Марина Шумилова
Читайте нас: