04:36 (UTC+5), 25 Ноября 2009

“Родина” журналы делегацияһы бөгөн дүрт “түңәрәк өҫтәл” үткәрәсәк

Евгений Рәхимҡолов
“Родина” журналының редакция коллегияһы делегацияһы Башҡортостан Республикаһында эш башланы. Делегация составында “Родина “ журналы редакцияһы” генераль директоры Виталий Зубкевич, уның урынбаҫары Владимир Иванов, яҙыусы Лев Аннинский, журналдың дин тарихтары бүлеге мөхәррире, “Көнүҙәк прогноздар хәбәрҙәре” шеф-редакторы Сергей Антоненко.
Делегация беҙҙең республикала өс көн буласаҡ һәм был ваҡыт эсендә улар бер нисә мәҙәни һәм фәнни сараларҙа ҡатнашсаҡ. Бөгөн журнал вәкилдәре ҡатнашлығында дүрт “түңәрәк өҫтәл “ үтәсәк. Уларҙың икәүһе БР Милли музейында “Башҡортостандың Рәсәй составына үҙ ирке менән ҡушылған төбәк булараҡ үҫеше” һәм “Башҡортостан территорияһында ойошторолған хәрби ғәскәрҙәрҙең 1812 һәм 1941- 1945 йылдарҙағы Ватан һуғыштарында ҡатнашыуы” темаларына үтәсәк.
Әңгәмәлрҙә ҡатнашҡандан һуң, журнал делегацияһы Нестеров исемендәге музейҙа буласаҡ.
Өс көнлөк эш сәфәренең һөҙөмтәһе – журнал биттәрендә Башҡортостан тураһында махсус сығарылыш. Журнал редакцияһы республика территорияһындағы үҙенсәлекле археологик урындарға, башҡорттарҙың рухи һәм матди мәҙәниәтенә, Рәсәй составына башҡорттарҙың тарихи инеүенә һәм республиканың бөгөнгө мәҙәни һәм иҡтисади ҡаҙаныштарына айырыуса ныҡ иғтибар бирмәксе.
“Родина “ журналы бөгөн – иң эре федераль баҫмаларҙың береһе, Уның биттәрендә илебеҙҙең, уның халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте ентекле һәм киң яҡтыртыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика