10:00 (UTC+5), 25 Ноября 2009

Раил Сарбаев: «Улар беҙҙең балалар, был беҙҙең уртаҡ ҡайғыбыҙ”

"Башинформ"
Башҡортостан Премьер-министры Раил Сарбаев Ульяновскиҙа шартлау эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡанда һәләк булған һәм яраланған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындарына (ата-әсәләренә, ҡатындарына) финанс ярҙамы бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Премьер-министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә 250 мең һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәтеләсәк. Бынан тыш, бойороҡта яраланған хәрби хеҙмәткәрҙәргә лә аҡсалата ярҙам айырым яҙылған. Уның күләме – 125 мең һум.
— Үлгән кешеләрҙе ҡайтарып булмай, был фажиғәлә улдарын, ирҙәрен юғалтыусыларҙың барыһының да ауыр ҡайғыһын ихлас уртаҡлашам. Был ҡот осҡос ҡайғы. Хәҙер улар өсөн иң ауыр көндәр. Һәм беҙ һәләк булыусыларҙың ғаиләләрен айырым иғтибар үҙәгендә тоторға, уларға кәрәкле ярҙам күрһәтергә тейешбеҙ,— тине Раил Сарбаев.
Яраланыусыларға кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһының баш врачына был мәсьәләне айырым контролгә алырға ҡушылды.
Шуны ла әйтергә кәрәк, ҡазаға тарыусыларға средстволар дәүләт идараһы менән бәйле сығымдарҙы кәметеү иҫәбенә бюджеттан бүленә. Көньяҡ Осетияла һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән һуңғы ярҙам 150 мең һум тәшкил итте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика