13:31 (UTC+5), 25 Ноября 2009

Раил Сарбаев Мәскәүҙә Игорь Сечин менән осрашты

«Башинформ»
Республика Премьер-министры Раил Сарбаев бөгөн Мәскәүҙә РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Игорь Сечин үткәргән кәңәшмәлә ҡатнашты. Кәңәшмәлә газ һәм нефть химияһы предприятиеларын сеймал менән тәьмин итеүгә оҙайлы ваҡытҡа договорҙар төҙөү мәсьәләләре тикшерелде.
Мәҫәлән, тармаҡтағы төп предприятиелар — «Синтез-Каучук», «Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре углеводородтар менән даими тәьмин итеүгә мохтаж. Кәңәшмәлә, һанап кителгән предприятиелар мөмкин тиклем арзан хаҡҡа сеймал ресурстары менән мотлаҡ тәьмин ителәсәк, тип белдерелде. Бынан тыш, кәңәшмәлә химия сәнәғәтендәге инновацион үҫеште һалым түләү яғынан стимуллаштырыу мөмкинлектәре тикшерелде. Нефтехимиктар үҙҙәре, бының өсөн яңы индерелгән объекттарҙа мөлкәткә һалым түләүҙән 3 йылға азат итеү, тиҙләтелгән амортизация ҡулланыу ҡулай булыр ине, тип иҫәпләйҙәр. Мәҫәлән, бөгөн экспорт операциялары буйынса өҫтәмә ҡиммәткә һалымды ҡайтарыу срогы 90 көн тәшкил итә. Бының һөҙөмтәһендә предприятиеларға әйләнештәге средстволарын тулыландырыу өсөн 20 процентҡа тиклем ставка менән кредит ресурстары йәлеп итергә кәрәк. Срокты кәметеү предприятиелар иҡтисады өсөн дә ыңғай роль уйнар ине.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика