09:15 (UTC+5), 24 Ноября 2009

Ҡала халҡының ваҡытлы матбуғатҡа ҡыҙыҡһыныуы кәмей

Евгений Рәхимҡолов
Бөгөн Өфө ҡала хакимиәтендәге кәңәшмәлә 2010 йылға төп ҡала, республика һәм федераль баҫмаларға яҙылыу барышы тикшерелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәл яҡшынан түгел. Һуңғы ваҡытта өфөләрҙең ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ҡыҙыҡһыныуы һиҙелерлек кәмене. Әлеге ваҡытта ҡалала йәшәүсе бер мең кешегә 171 дана матбуғат баҫмаһы тура килә. Был былтырғы кимәлдән – мең кешегә 320 дана – ике тапҡырға тиерлек кәмерәк.
Ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаевтың фекеренсә, бындай хәлде ҡәнәғәтләнерлек тип атап булмай.
Ҡаланың айырым райондарында (Ленин, Киров, Октябрь) төп федераль баҫмаларға халыҡтың ҡыҙыҡһыныуы былтырғы менән сағыштырғанда бер аҙ күтәрелһә, ҡала, республика һәм район гәзиттәренә һәм журналдарына бөтә ерҙә лә тиерлек яҙылыу кәмей. Мәҫәлән, «Вечерняя Уфа»ға яҙылыу тиражы бөтә райондарҙа ла кәмегән. «Республика Башкортостан» гәзитенә һәм «Уфа» журналына ла яҙылыусылар бик аҙ.
Әлеге ваҡытта 2009 йылға төп ҡала баҫмаларына яҙылыу тиражы түбәндәгесә: «Вечерняя Уфа» — 4909 дана, «Уфимские ведомости» — 5524, «Уфа» журналы — 919 дана. БР Федераль почта элемтәһе идаралығы аша яҙылыуға ҡарағанда, ҡала халҡының күбеһе туранан-тура гәзит һәм журналдар редакцияларына килеп яҙыла.
— Бындай хәлдә альтернатив яҙылыу мөмкинлеге тураһында уйланырға кәрәктер, — тип иҫәпләй ҡала хакимиәте башлығы. – Әгәр башҡа ойошмалар ҡала һәм республика баҫмаларына яҙылыу тиражын арттыра ала икән, уларға был мөмкинлекте бирергә мөмкиндер, моғайын.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика