11:40 (UTC+5), 18 Ноября 2009

Рәсәйҙең нефть-газ химияһы тармағын үҫтереү буйынса кәңәшмә

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
17 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Түбәнге Кама ҡалаһында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин үткәргән “Рәсәйҙә газ һәм нефть химияһын үҫтереү буйынса саралар тураһында” мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты.
Унда нефть һәм газ химияһы сәнәғәтенең технологик кимәлен күтәреү, тармаҡта дәүләт менән бизнестың үҙ-ара эш итеүе мәсьәләләре, шулай уҡ тейешле продукция баҙарын монополияға ҡаршы көйләү проблемалары тикшерелде.
Владимир Путин, донъя кимәлендә сей нефть экспортының 9-10 процентын Рәсәй тәьмин итә, тип билдәләне. Шул уҡ ваҡытта, полимер кеүек, эшкәртелгән юғары технологиялы продукт экспортында уның өлөшө 1 проценттан да кәмерәк тәшкил итә. Һәм киреһенсә, нефть химияһы продукцияһын эске ҡулланыуҙың өстән бер өлөшөнән ашыуы импортҡа тура килә.
— Ябайлаштырып әйткәндә, беҙ ябай сеймал һатабыҙ, ә һуңынан сит илдәрҙән әҙер продукт һатып алабыҙ, күп осраҡта үҙебеҙҙең үк сеймалдан етештерелгәндер әле, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Путин.
Владимир Путин хәлде үҙгәртергә саҡырҙы. Ул, ватан нефтехимияһының мөһим бер өҫтөнлөгө бар – Рәсәй нефтехимияһы уникаль сеймал базаһына эйә, тип иҫәпләй. Хөкүмәт Рәйесе әйтеүенсә, дәүләт ярҙамына “ныҡлы аяҡҡа баҫҡан һәм конкуренцияға һәләтле компаниялар” ғына иҫәп тота ала.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе нефть эшкәртеү производстволарына сеймалды килтереү хаҡтары, сроктары һәм күләмдәре тураһында килешеүҙәрҙең үтәлеүен күҙәтеүгә алырға ҡушты. Шулай уҡ Владимир Путин тармаҡты ҡайтанан йылдам техник ҡоралландырыу, инновацияларҙы киң индереү кәрәклегенә иғтибар йүнәлтте.
Илдең нефть-газ химияһы сәнәғәтендә эштәрҙең торошо тураһындағы мәсьәлә буйынса Башҡортостан Президенты ла үҙ фекерен белдерҙе. Мортаза Рәхимов, был тармаҡ Рәсәй иҡтисадының мөһим өлөшө булып тора һәм илдең киләсәге уны уңышлы үҫтереүгә бик ныҡ бәйләнгән, тип билдәләне. Республика башлығы, Башҡортостанда яғыулыҡ-энергетика комплексын яңыртыу мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Үҫеш стратегияһы, беренсе сиратта, инновацион эшмәкәрлекте әүҙемләштереүгә, яңы производстволар һәм яңы продукция төрҙәре үҙләштереүгә, булған ҡеүәттәрҙе эш менән тәьмин итеүгә, предприятиеларҙы һәм уларҙың структура подразделениеларын реформалаштырыуға йүнәлтелгән.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәйҙең газ һәм нефть химияһын үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәреүҙең мөһимлеген билдәләне.
— Актуаль һәм эшлекле һөйләшеү алып барылды. Нефтехимия сәнәғәте кеүек, илдең мөһим тармағын артабан үҫтереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде, — тине Мортаза Рәхимов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика