Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.47
0
92.28
0
66.75
-0.05
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Ноябрь 2009, 11:31

Икенсе саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһының тәүге ултырышы үткәрелә

19 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы икенсе саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһының тәүге ултырышы үткәрелә. Ул Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы , 40-сы йорт адресы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Йортоноң Бәләкәй залында үтәсәк, сәғәт 11-ҙә башланасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Йәштәр йәмәғәт палатаһының 35 кеше ингән икенсе составын ойоштороу ноябрь башында тамамланды.
Беренсе ултырышта Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесен һәм уның ике урынбаҫарын, палата Советын һайлау, шулай уҡ ете комиссия ойоштороу бурысы тора. Комиссиялар ағзалары һаны һәм составы ла Йәштәр йәмәғәт палатаһының беренсе ултырышында билдәләнәсәк.
Автор:Николай Ермоленко
Читайте нас: