07:00 (UTC+5), 16 Ноября 2009

Пермь крайы башҡорттары мәҙәниәте көндәре гала-концерт менән тамамланды

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан Республикаһында Пермь крайы башҡорттары мәҙәниәте көндәре Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ҙур гала-концерт менән тамамланды. Был сара БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының республиканан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән “Рәсәй төбәктәре башҡорттары” проектының дауамы булып торҙо.
Пермь крайы башҡорттары мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға Пермдән ҙур делегация килде, уның составына дәүләт власы органдары вәкилдәре, ғалимдар, ижади коллективтар, эшҡыуарҙар, халыҡ кәсептәре оҫталары инде.
— Әлеге сара Башҡортостан менән Пермь крайы араһында төрлө яҡлы хеҙмәттәшлек юлға һалыныуын, ул һуңғы йылда айырыуса уңышлы алып барылыуын күрһәтә, — тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев. – Беҙгә Пермь ерендә яҡташтарыбыҙҙың үҙҙәрен нисек тойоуын белеү бик мөһим. Күреүебеҙсә, Пермь крайы хакимиәте Кама буйы башҡорттарының телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ҙур эш үткәрә.
Башҡортостанда Пермь крайы башҡорттары мәҙәниәте көндәрен үткәрер алдынан оҙайлы әҙерлек эштәре алып барылды. Республикабыҙҙан белгестәр Пермь крайының төрлө райондарына барып, үҙ ырыуҙаштары менән башҡорт бейеүҙәре, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнау һәм башҡа халыҡ ижады төрҙәре буйынса оҫталыҡ кластары үткәрҙе.
– Бөгөн беҙ тарихи тыуған илебеҙгә Пермь крайында йәшәүсе башҡорттарҙың үҙ тамырҙарыбыҙҙы һаҡлауыбыҙҙы күрһәтергә теләйбеҙ, — тине Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов. – Беҙ үҙ милли мәҙәниәтебеҙҙе һәр яҡлап үҫтерергә Башҡортостан менән бәйләнеш тоторға теләйбеҙ. Был хеҙмәттәшлек мәҙәниәт өлкәһендә лә, шулай уҡ мәғариф һәм иҡтисад өлкәһендә лә сағыла. Беҙ хатта Пермь крайында БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкиллеге асыу инициативаһы менән сыҡтыҡ. Был тәҡдим ҡарауға ҡабул ителде, һәм ул тормошҡа ашырылыр, тип ышанабыҙ.
Пермь крайының мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Александр Протасевичтың һүҙҙәренә ҡарағанда, башҡорттар Пермь крайындағы иң күп һанлы милләттәрҙең береһе булып тора, һәм төбәк етәкселеге уларҙың мәҙәниәтен һәм традицияларын яҡлауға ҙур иғтибапр бүлә.
— Пермь крайының башҡорттар тупланып йәшәгән ауылдары хужалыҡты ойоштороу яғынан айырылып тора, — тине Александр Протасевич. – Беҙгә был халыҡтың ҡунаҡсыллығы һәм ижади маһирлығы күптәнән яҡшы таныш. Ике төбәк башҡорттары вәкилдәренең бындай осрашыуҙары киләсәктә традиционға әйләнер, тип ышанам.
Сәхнәлә Илдус Илешев менән Александр Протасевич символик бүләктәр менән алмашты. Башҡортостан яғы ҡунаҡтарға башҡорт пейзажын бүләк итте, ә Пермь делегацияһы үҙ сиратында – Пермь крайының мәҙәниәт символы – Пермь художество галереяһы төшөрөлгән картинаны. Был ике картина ошо осрашыу тураһында яҡшы иҫтәлек булып ҡалырға тейеш.
Рәсми өлөштән һуң башланған концертта Пермь крайының башҡорт ижади һәм фольклор коллективтары ҡатнашты. Шул иҫәптән «Сулпан», «Дуҫлык», «Һандуғас» кеүек популяр ансамблдәр. Фойела халыҡ кәсептәре оҫталарының, рәссамдар, эшҡыуарҙар эштәре, милли аш-һыу күргәҙмәләре ойошторолдо.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика