Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Ноябрь 2009, 16:57

Әсғәт Ғүмәров: Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә БР Йәмәғәт палатаһы тәҡдимдәре иҫәпкә алынған

“Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе тексы илебеҙ халыҡтарының тәҡдимдәрен сағылдыра, - тине Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Әсғәт Ғүмәров. – Улар беҙҙең Йәмәғәт палатаһынан да ебәрелде, һәм, башлыса, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә һәм яҡлауға, иҡтисади үҫешкә, тәбиғәттән файҙаланыуға һәм экологик именлеккә, халыҡты социаль яҡлауға, милләт-ара һәм федератив мөнәсәбәттәргә, кадрҙар сәйәсәтенә ҡағыла.
Төрлө кимәлдә күп нәмә иҫәпкә алынған. Беҙ тыл эшсәндәрен һәм өсөнсө дәрәжә инвалидтарҙы пенсия менән тәьмин итеүҙе арттырыуҙы ҡараусы федераль законға үҙгәрештәр индереүҙе, мәғариф тураһында законда төбәк компоненты тураһында положениены тергеҙеүҙе һорағайныҡ”.
Әсғәт Ғүмәров РФ Президентының педагогик мәғариф системаһын етди яңыртыу тураһында белдереүе менән дә ҡәнәғәт. Ғөмүмән, ул Мөрәжәғәтнамә-2009-ҙы “һәр беребеҙ өсөн ғәмәлдәр программаһы” булараҡ ҡабул итә.
Автор:Николай Ермоленко
Читайте нас: