16:24 (UTC+5), 13 Ноября 2009

Ринат Сәғитов: «Мөрәжәғәтнамәлә ҡуҙғатылған мәсьәләләр – бик мөһим»

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә ҡуҙғатылған мәсьәләләрҙе Дәүләт Думаһы депутаты Ринат Сәғитов бик мөһим тип атаны.
- Президент күтәргән беренсе шундай мәсьәлә - ғаиләне һәм граждандарыбыҙҙың һаулығын һаҡлау, - тине депутат. – Дмитрий Медведевтың был йүнәлештәге эште өҫтөнлөклө йүнәлештәр иҫәбенә индереүе бик мөһим. Ысынлап та, илдәге демографик хәлгә ҡарағанда, халҡыбыҙҙың һаулығы проблемаһы бик етди иғтибар һәм оператив хәл итеүҙе талап итә.
Мин Дмитрий Медведевтың кисекмәҫтән мәктәптәребеҙҙе яңыртыу буйынса саралар күрергә кәрәклеге тураһындағы фекере менән килешәм. Президенттың торлаҡ проблемаларын хәл итергә ынтылышы оҡшай. Бигерәк тә уның хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итергә кәрәклеген аңлауы ҡыуандыра. Илдәге бөтә ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, дәүләттең Ватанды һаҡлаусы кешеләр алдында үҙенә алған йөкләмәләрҙе үтәргә тырышыуы мөһим.
Президент туранан-тура Дәүләт Думаһына ҡағылған мәсьәләләрҙе лә күтәрҙе. Былар – закондарға үҙгәрештәр индереү кәрәклеге. Һалымдарҙы кәметеү тураһындағы мәсьәлә лә актуаль.
Мин был Мөрәжәғәтнамәлә Президенттың РФ Хөкүмәте һәм тотош ил алдына ҡуйған бөтә бурыстары үтәлергә тейеш тип иҫәпләйем. Һәм шулай буласағына ышанам да.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика