07:04 (UTC+5), 13 Ноября 2009

Мортаза Рәхимов Пермь крайы башҡорттары мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашыусыларҙы ҡотлай

Башинформ
Башҡортостанда Пермь крайы башҡорттары мәҙәниәте көндәре үтә. Күрше төбәктән республикаға ҙур делегация килде: дәүләт власы органдары вәкилдәре, ғалимдар, бизнесмендар, башҡорт ижади коллективтары. Ҡунаҡтарҙы БР Президенты Мортаза Рәхимов тәбрикләне.
"Ҡәҙерле дуҫтар!
Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡы исеменән һеҙҙе башҡорт ерендә ихлас тәбрикләйем һәм Пермь крайы башҡорттары мәҙәниәте көндәрен асыу менән ҡотлайым!
Хәҙерге Башҡортостанда этник-ара татыулыҡ һәм дуҫлыҡты һаҡлауҙың һөҙөмтәле системаһы юлға һалынған. Республиканың милли-мәҙәни сәйәсәт алып барыуҙағы тәжрибәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Уның мөһим өлөшө булып башҡорт милләтен, башҡа төбәктәрҙә йәшәгән башҡорт диаспораһын да индереп, туплауға, социаль-мәҙәни үҫешенә дәүләт ярҙамын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән “Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” программаһы тора.
Башҡортостан менән Пермь крайын дөйөм тарих, ныҡлы дуҫлыҡ, юлға һалынған иҡтисади һәм эшлекле мөнәсәбәттәр, рухи-мәҙәни бәйләнештәр берләштерә. Төбәктәребеҙ араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү татыу күршеләрсә мөнәсәбәттәрҙе артабан киңәйтеүгә һәм тәрәнәйтеүгә нигеҙ һалды.
Пермь крайында элек-электән Ғәйнә ырыуы башҡорттары йәшәй. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Пермь крайының этник структураһында башҡорт халҡы һаны буйынса урыҫтарҙан, татарҙарҙан, коми-пермяктарҙан ҡала дүртенсе урында тора һәм 40,7 мең кеше тәшкил итә. Барҙа, Октябрьский, Чернушки һәм башҡа райондар башҡорттары крайҙың ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошонда һиҙелерлек роль уйнай. Төбәктең абруйлы милли ижтимағи ойошмаларының береһе булып күп ҡалаларҙа һәм райондарҙа әүҙем эшләүсе Башҡорттар ҡоролтайы тороуы ҡыуаныслы. Чернушки ҡалаһында Кама буйы башҡорттарының Тел һәм мәҙәниәт үҙәге эшләп килә. Былтырҙан башлап “Пермь башҡорттары” гәзите сығарыла.
Мәҙәниәт көндәре Башҡортостан халҡына крайҙың Башҡорттар ҡоролтайы, Кама буйы башҡорттарының Тел һәм мәҙәниәт үҙәге эшмәкәрлеге менән яҡшыраҡ танышырға ярҙам итер, тип ышанам. Был матур байрам тарихи традицияларыбыҙҙы тергеҙеүгә, халыҡтар дуҫлығын, тыуған яҡҡа һөйөүҙе артабан нығытыуға булышлыҡ итһен.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, төбәктәребеҙ һәм бөтә бөйөк Рәсәй хаҡына ижади эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика