06:54 (UTC+5), 12 Ноября 2009

Өфөнөң 9-сы музыка мәктәбе уҡыусылары – халыҡ-ара конкурстар призерҙары

Эльмира Сабирова
Өфөнөң Ә.Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбе уҡыусылары “Елдәр йүнәлеше – 2009” балалар һәм үҫмерҙәр ижады халыҡ-ара конкурстар призерҙары булды. Быйыл ун бишенсе тапҡыр үткәрелгән конкурстың девизы – “Беҙ төрлө, ләкин тиңбеҙ”. Конкурста ҡатнашыу өсөн илебеҙҙең 40 төбәгенән һәм 15 сит илдән – Италия, Франция, АҠШ, Бөйөк Британия, Ҡытай, Төркиә һәм башҡаларҙан – коллективтар һәм башҡарыусылар Мәскәүҙә йыйылды.
“Халыҡ инструменттары ансамблдәре” номинацияһында кесе йәштәге төркөм балалары араһында Өфөнөң 9-сы балалар музыка мәктәбе уҡыусылары Никита Аксенов һәм Алексей Погудин ҡатнашты. Дуэт башҡарыуында И.С.Бах – А. Вивальдиҙың ре минор концертынан “Адажио”, композитор А. Доренскийҙың “Яҡшы кәйефе” яңғыраны. Жюри ағзалары ике пьесаның да юғары оҫталыҡ, илһам менән башҡарылыуын биләләп үтте һәм өсөнсө дәрәжә дипломы һәм кубок менән бүләкләне. Ике йәш музыкант 2010 йылда Австрияла үтәсәк халыҡ-ара фестивалгә саҡырыу алды.
Бынан тыш, Никита Аксенов, Алексей Погудин һәм Камил Әһәҙуллин шулай уҡ Мәскәүҙә үткән “Тулҡындар өҫтөндә” исемле 50-се юбилей балалар һәм үҫмерҙәр ижады халыҡ-ара конкурсында ла ҡатнашты. Улар “Инструменталь музыка” номинацияһында сығыш яһап, конкурс лауреаттары дипломдары менән бүләкләнде.
Йәш музыканттар төрлө дәрәжәләге биш диплом лауреаттары. Жюри ағзалары йәш таланттарҙың уҡытыусыларын, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Тләпованы ла диплом һәм Почет грамотаһы менән билдәләне. Өфөнөң 9-сы музыка мәктәбе директоры, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәт Ғәйетбаевҡа талантлы балаларға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт хаты тапшырылды.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика