04:34 (UTC+5), 11 Ноября 2009

Башҡортостан профсоюздары үҙҙәренең тәүге байрамына әҙерләнә

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәре беренсе тапҡыр яңы байрам – БР Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләргә йыйына, ул хәҙер йыл һайын 12 ноябрҙә билдәләнәсәк. “Профессиональ союздар тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” ярашлы Закон 21 октябрҙә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 18-се ултырышында ҡабул ителде.
12 ноябрь датаһы осраҡлы ғына һайланманы. Тап ошо көндө 1948 йылда Өфөлә профсоюздарҙың I Башҡортостан өлкә союз-ара конференцияһы үткәрелә, унда Башҡортостан өлкә профсоюздар советы һайлана.
Бөгөн Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы 23 республика тармаҡ ағзалыҡ ойошмаһын берләштерә, уларҙың ҡарамағында 7074 тәүге профсоюз ойошмаһы. Республикабыҙҙа профсоюз ағзаларының дөйөм иҫәбе бер миллиондан ашып китә. Уларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен һаҡлауҙы 140 меңдән ашыу профсоюз хеҙмәткәре тәьмин итә.
БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 12 ноябрҙә республика Профсоюздар йортонда байрам айҡанлы тантаналы йыйылыш үткәрелә. Был форумда Башҡортостанда профсоюз хәрәкәте тарихына һәм уның хәҙерге үҫешенә ҡағылышы булған барыһы ла йыйыласаҡ. Уларҙың иң яҡшыларына Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы, шулай уҡ республика министрлыҡтары һәм ведомстволары грамоталары тапшырыласаҡ.
БР Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеү сиктәрендә республика ҡалаларында профактив менән осрашыуҙар, профсоюз хәрәкәте ветерандарын наградлауҙар үткәреләсәк, хоҡуҡ мәсьәләләре һәм пенсия тәьминәте мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, күсмә консультациялар ойоштороласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика