11:07 (UTC+5), 10 Ноября 2009

10 ноябрь – Бөтә донья йәштәр көнө

Эльмира Сабирова
10 ноябрь – Бөтә донья йәштәр көнө. Был көндө 1945 йылда Лондон ҡалаһында барған Бөтә донья йәштәр конференцияһында Бөтә донья демократик йәштәрҙең федерацияһына нигеҙ һалына. Уларҙың ниндәй милләт кешеһе, ниндәй сәйәси һәм дини ҡарашта булыуҙарын айырып ҡарамай, төрлө илдәр йәштәрен берләштергән йәштәр ойошмаларының халыҡ-ара берләшмәһе була ул. Шул ваҡыттан алып был дата Бөтә донья йәштәр көнө тип билдәләнә. Йәштәр федерацияһы тыныслыҡ,яңы быуындың хоҡуҡтары, халыҡтар иреклеге, прогрессив йәштәрҙең интернациональ берләшеүе өсөн көрәш алып бара, фашизм һәм расизмға ҡаршы көрәшә.
Башҡортостанда ла был көндө үҙенең байрамы тип иҫәпләргә хоҡуҡлылар күп – республикала 14 йәштән 30 йәшкәсә 1100000 йәш кеше йәшәй.
2009 илебеҙ йәштәре өсөн үҙенсәлекле йыл – Рәсәй Президенты ҡарары менән ул Йәштәр йылы тип иғлан ителде. Беҙҙең республикала ла бындай сәйәсәт үҙенең сағылышын тапты – Йәштәр башланғыстарын яҡлай һәм үҫтереү йылы иғлан ителде. Бынан тыш, Рәсәй субъекттары араһында беренселәрҙән булып “Башҡортостан Республикаһында дәүләт йәштәр сәйәсәте тураһында” закон ҡабул ителде.
Республикабыҙҙа йәштәргә һәм йәштәр сәйәсәтенә ҙур иғтибар бирелә. Йәштәр сәйәсәтенең дә төп бурысы йәш кешегә үҙенең потенциалын тулыһынса күрһәтеү өсөн бөтә шарттар булдырыу. Мәҫәлән, республикабыҙҙа йәштәр эштәре буйынса дәүләт һәм муниципаль органдар уңышлы эшләй. Дәүләт йәштәр сәйәсәте, йәш ғаиләләргә, балалар, үҫмерҙәр, йәштәр клубтары һәм үҙәктәре эшмәкәрлегенә ярҙам күрһәтеү тураһында закондар эшләнгән. "Йәштәр — Башҡортостан Республикаһының стратегик ресурсы" балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәтен һәм гражданлыҡ әүҙемлеген үҫтереү концепцияһы раҫланған. "Башҡортостан йәштәре" Президент программаһы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы республика программаһы тормошҡа ашырыла. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ойошторолдо. Башҡарма власть органдарының һәм йәмәғәт ойошмаларының йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса эшмәкәрлеген килештереү яйға һалынды. Һәләтле йәштәргә ҙур иғтибар бирелә. Йыл һайын әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура, фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт йәштәр премиялары тапшырыла. Йәш ғалимдар һәм йәштәрҙең фәнни коллективтары конкурс нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы гранттарын ала. Айырыуса һәләтле уҡыусыларға, студенттарға, аспиранттарға һәм докторанттарға республика Президенты стипендиялары түләнә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика