04:44 (UTC+5), 09 Ноября 2009

Мортаза Рәхимов Глеб Фетисов менән осрашты

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
7 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль Советы Президиумы ҡарамағындағы социаль-иҡтисади үҫеш һәм көрсөккә ҡаршы саралар эшкәртеү буйынса эшсе төркөм етәксеһе Глеб Фетисов менән осрашты.
Осрашыуҙа банк системаһын артабан үҫтереү, шулай уҡ республикала халыҡты һәм предприятиеларҙы хеҙмәтләндереү буйынса «Минең банкым.Башҡортостан» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен асыу мәсьәләләре тикшерелде.
Мортаза Рәхимов төбәк иҡтисадын нығытыу һәм кредит учреждениелары ойоштороу өсөн банк системаһын артабан үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне. Башҡортостан Президенты яңы банктың социаль программаларҙы һәм инвестицион проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу перспективалары менән ҡыҙыҡһынды.
«Минең банкым.Башҡортостан» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен ойоштороу инициаторы булып торған Глеб Фетисов Президентҡа, “Ипотека торлаҡ кредиты биреү агентлығы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте стандарттары буйынса республика халҡына торлаҡ ипотека кредиттары биреү банк эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора, тип хәбәр итте. Шулай уҡ банк бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ төҙөү буйынса социаль программала ҡатнашырға әҙер. Ҙур сәнәғәт предприятиеларына, шулай уҡ бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеларына кредит биреүгә ҙур иғтибар бүленәсәк, тип билдәләне Глеб Фетисов. Киләсәктә «Минең банкым.Башҡортостан» акционерҙар йәмғиәте республика биләмәһендә 20-нән артыҡ яңы һатыу нөктәләре асырға һәм банкоматтар селтәрен үҫтерергә планлаштыра.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика