16:40 (UTC+5), 09 Ноября 2009

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһы ойошторолдо

Николай Ермоленко
Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһына үткәрелгән конкурстың өсөнсө этабы тамамланды һәм уның ҡалған ун биш ағзаһы билдәләнде. Хәбәр итеүебеҙсә, Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһының БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы алдан раҫлаған ағзалары конкурстың икенсе этабына уңышлы үткән йәштәр һәм балалар йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре – 25 кандидат менән һөйләшеү үткәрҙе. Һөҙөмтәлә кандидаттар араһынан 15 кеше Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһы ағзалары тип һайланды.
Тейешле күләмдә тауыш йыя алмаған ун кандидат Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһының резервын тәшкил итәсәк һәм уның эшендә ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Ун биш ағзаның береһе вәкәләтлеген ваҡытынан алда һалған осраҡта, улар палатаның төп составына һайлана ала.
Ун биш ағза исемлегенә Бөтә донья башҡорттар ҡоролтайының башҡарма комитеты Йәштәр советы, Ауыл йәштәре Рәсәй союзының Башҡортостан төбәк бүлексәләре, ”Берҙәм Рәсәй Йәш Гвардиясылары”, Башҡортостан Республикаһы йәштәр союзы, БР–ҙың “Азатлыҡ” татар йәштәре союзы, “Пласт” украин йәштәре союзы, “Башҡортостан пионерҙары”, “Башҡортостан Республикаһы йәш ғалимдар советы”, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары һәм аспиранттары профсоюзы һәм башҡа ойошмалар вәкилдәре индерелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика