12:24 (UTC+5), 05 Ноября 2009

Республика парламентында ете яңы закон проекты ҡаралды

Николай Ермоленко
Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаттары өс даими комитеттың ултырышында ете яңы закон проектын тикшерҙе. Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет беренсе уҡыуҙа “Башҡортостан Республикаһында балалар хоҡуғы буйынса уполномоченный тураһында” БР Законын, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында норматив хоҡуҡи акттар тураһында”, “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайы тураһында” БР Закондарына һәм “Башҡортостан Республикаһында дәүләт граждандар хеҙмәте тураһында” БР законының 7-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекттарын хупланы.
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитеты “Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр, профессиональ байрамдар һәм башҡа билдәле даталар тураһында” БР Законының 3-сө һәм 1-се статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проекты менән Башҡортостан Республикаһының Конституция көнөн (24 декабрь) “Байрам көндәренән” “Иҫтәлекле көндәргә” күсерергә тәҡдим итә.
Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет “Мәҙәниәт тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында ижади хеҙмәткәрҙәр һәм ижади союздар тураһында” БР Закондарына үҙгәрештәр индереү тураһында тәҡдим индерәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика