10:50 (UTC+5), 05 Ноября 2009

Өфөлә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған митинг булып уҙҙы

Өфөлә Рус драма театры алдында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған митинг булып уҙҙы. Уның ойоштороусылары – “Берҙәм Рәсәй” һәм “Берҙәм Рәсәй Йәш Гвардияһы” сәйәси партияларының төбәк бүлексәләре. “Берҙәм Рәсәй” партияһы Генераль советы Президиумы ҡарары менән Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы саралар илебеҙ төбәктәренең барыһында ла булып уҙҙы.
Өфөлә берҙәм рәсәйлеләр һәм йәш гвардиясыларҙың активы йыйылған митингы ”Рәсәйгә ышанабыҙ, үҙебеҙгә ышанабыҙ!” девизы аҫтында үтте. Унда БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев, Дәүләт Думаһы һәм республика парламенты депутаттары ҡатнашты.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе сәйәси советы секретары Шамил Биҡҡолов йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, былай тине:
– Был байрамды көрәштә түгел, ә берҙәм булып, тыныс һәм килешеп йәшәп ҡаршы алыуыбыҙ мөһим. “Берҙәм Рәсәй” партияһы Рәсәй йәмғиәтенең яҙмышы өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алды һәм һайлау һөҙөмтәләре рәсәйлеләрҙең партияға ҡарата ышанысын тулыһынса раҫланы.
Митингыла йәштәр исеменән “Берҙәм Рәсәй Йәш Гвардияһы” төбәк штабы начальнигы урынбаҫары Константин Каннуников сығыш яһаны:
– 1612 йылда Рәсәй халыҡтары Ватаныбыҙҙы сит ил баҫҡынсыларынан азат итте, бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтселеген тергеҙҙе. Был байрамда беҙ Рәсәй халҡының сағыу хәрби традицияларын таныуҙы, уларҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын күрәбеҙ. Беҙҙең барыбыҙға ла бөгөн көслө, берҙәм, доньяла танылған һәм ихтирам яулаған Рәсәй кәрәк.
Һуңынан Рус драма театрында республика баш ҡалаһының ижади коллективтары байрамса концерт ҡуйҙы.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика