05:44 (UTC+5), 03 Ноября 2009

Төҙөлөш биләмәләрен үҫтереү – ҡала властарының иғтибар үҙәгендә

Евгений Рәхимҡолов
Ҡала Советы депутаттары Өфөнөң төҙөлөш биләмәләрен үҫтереүҙе тикшерҙе. Ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәшит Сатаров әйтеүенсә, “2007-2015 йылдарға Өфө ҡалаһы ҡала округының төҙөлөш территорияларын үҫтереү” муниципаль адреслы программаһы сиктәрендә алып барылған был йүнәлештәге эш граждандарҙы авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡтан күсереү, яңы инженер селтәрҙәре төҙөү, ҡала кварталдарын планлаштырыу һәм ҡайтанан планлаштырыу кеүек мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе индерә.
Был программаға ярашлы, быйылғы туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса һүтергә һәм реконструкцияларға тейешле торлаҡтан граждандарҙы күсереүҙе финанслау өсөн Өфөлә 3,219 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән. Шуның 1,156 миллиард һумын – федераль бюджеттан, 736 миллионын – республика, 142 миллион һумын ҡала бюджетынан средстволар тәшкил иткән, ә 1,184 миллиарды – төҙөүселәр средстволары.
Бынан тыш, быйыл ҡалала бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттарҙан яңы инженер селтәрҙәре төҙөлөшөнә 171,2 миллион һум бүленгән.
Йыл башынан алып Өфөлә ҡала кварталдарын планлаштырыу буйынса 15 проект башҡарылған, шуларҙың алтауһы – ҡала хакимиәте ҡарамағындағы Баш архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы проекты буйынса һәм туғыҙы – инвесторҙар заказы буйынса.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика