Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
2+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Ноябрь 2009, 15:00

БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһына үткәрелгән конкурстың икенсе этабы үткәрелә

Бөгөн республикала БР Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһына үткәрелгән конкурстың икенсе этабы үткәрелә. Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһының раҫланған 20 ағзаһынан торған конкурс комиссияһы күрһәтелгән кандидаттарҙың һәм улар тапшырған документтарҙың конкурс положениелары талаптарына тура килеүен баһалаясаҡ.
Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһындағы 15 урынға 36 дәғүә итеүсе теркәлгән. Кандидаттар төрлө йәштәр һәм балалар йәмәғәт берләшмәләре тарафынан күрһәтелгән.
Йәмәғәт палатаһы ағзалығына дәғүә итеүселәрҙең уртаса йәше – 23,иң йәш кандидатҡа 16 йәш тулған,ә иң олоһона – 32 йәш. Утыҙ алты кандидаттың 16-һы – ҡыҙҙар, 20-һе – ир-егет. Үҙҙәренең шөғөлө буйынса, улар – студенттар, аспиранттар, мәктәп уҡыусылары, юристар, психологтар, эшҡыуарҙар, коммерция һәм коммерцияға ҡоролмаған ойошмалар етәкселәре, дәүләт һәм муниципаль, йәмәғәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре.
Автор:Николай Ермоленко
Читайте нас: