17:09 (UTC+5), 02 Ноября 2009

Мордва халҡының V съезында Башҡортостандың милли сәйәсәте билдәләнде

Николай Ермоленко
Хәбәр итеүебеҙсә, 28-31 октябрҙә Саранск ҡалаһында мордва (муҡшы һәм эрзя) халҡының V съезы үтте. Уның эшендә Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты. Съезд тураһындағы тәьҫораттары менән БР Мордва милли-мәҙәни автономияһының яуаплы сәрҡәтибе Алевтина Карпова бүлеште.
“Съезды ойоштороу кимәле юғары булды, – тине ул. – Абруйлы форумда ҡатнашыусыларҙы бик йылы ҡаршы алдылар. Башҡортостандан һигеҙ делегат барҙыҡ. Беҙҙең төркөмдә сығышы менән Өфө губернияһынан булған, мордва мәғрифәтселегенә нигеҙ һалыусы рухани Авксентий Филиппович Юртовтың ейәне, бөгөн Ҡырмыҫҡалы районының Илтерәк ауылында йәшәүсе Анатолий Юртов булды.
БР Мордва милли-мәҙәни автономияһының мордва телен һәм мәҙәниәтен артабан үҫтереү буйынса эшмәкәрлеген юғары баһалауҙары беҙҙе, әлбиттә, бик шатландырҙы. Был турала үҙенең сығышында Мордва Республикаһы башлығы Николай Меркушкин, Мордва Республикаһының Милли сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Александр Лузгин әйтеп үтте. Стәрлетамаҡ педагогия колледжы уҡытыусыһы Валентина Тихонова Мордва Республикаһы башлығы ҡарары менән Хөрмәт грамотаһы менән бүләкләнде.”
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика