06:10 (UTC+5), 30 Октября 2009

Социаль торлаҡ төҙөлөшөн яҡлап сыҡтылар

Евгений Рәхимҡолов
Ҡала Советының XIX ултырышында Өфө биләмәһендә “Рәсәй граждандарына – арзан һәм уңайлы торлаҡ” өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде.
- Һуңғы ике-өс йылда Өфөлә төҙөлөш комплексы һиҙелерлек әүҙемләште һәм сафҡа индерелгән торлаҡ күләмдәре үҫә башланы, - тине ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәшит Саттаров. – Мәҫәлән, 2008 йылда ҡалала 809 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды, был 2007 йыл кимәленә ҡарата 132 процент тәшкил итте. Быйыл граждандарҙы авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡ фондынан күсереү федераль һәм республика программалары сиктәрендә торлаҡ йорттар төҙөлөшөн финанслау буйынса ҙур эш башҡарылды.
Әммә иҡтисади көрсөк проектты тормошҡа ашырыуҙа билдәле бер ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Улар төҙөлөш ойошмаларына, шулай уҡ шәхси секторҙарға банк кредиты биреүҙе кәметеү менән бәйләнгән, был төҙөлөш темптарын аҡрынайтыуға йәки хатта туҡтатыуға килтерҙе, шулай уҡ ҡала социаль ипотека программаһын тормошҡа ашырыуҙа ла кире сағылды.
- Килеп тыуған шарттарҙа 2010 йылда федераль, шулай уҡ республика бюджеттарынан торлаҡ төҙөлөшөнә средстволар йәлеп итеүҙе арттырырға кәрәк, - тип иҫәпләй Рәшит Саттаров. – Шулай уҡ өҫтәмә инвестиция сығанаҡтары йәлеп итергә һәм күберәк шәхси торлаҡ йорттар төҙөргә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика