14:15 (UTC+5), 29 Октября 2009

Электр транспортында яңы тарифтар билдәләнә

Быйыл 1 декабрҙән Өфөлә электр транспорты менән файҙаланыуға яңы тарифтар индереләсәк. Ҡала Советы депутаттары бөгөн ошондай ҡарар ҡабул итте.
Яңы тарифтарға ярашлы, трамвайҙа йәки троллейбуста йөрөү хаҡы хәҙер туғыҙ һум торасаҡ, пластик карта буйынса йөрөү – һигеҙ һум, ә багаж хаҡы – алты һум.
- Тарифтарҙы үҙгәртеү буйынса сара электр транспорты эшенең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн күрелә, - тине ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ирек Ялалов. – Бөгөн Өфөлә электр транспортында йөрөү хаҡы Волга буйы федераль округындағы башҡа ҙур ҡалалар менән сағыштырғанда иң түбән хаҡтарҙың береһе булып ҡала. Сағыштырыу өсөн, Ырымбурҙа, Пензала, Ульяновскиҙа — һигеҙ һум, Түбәнге Новгородта, Чебоксарҙа – туғыҙ һум, Ҡазанда – ун, Һамарҙа һәм Пермдә – 12. Ә ҡайһы бер ҡалаларҙа тиҙҙән тарифтарҙы 15 һумға тиклем күтәрергә планлаштыралар.
Электр транспортында йөрөү хаҡы күтәрелеүгә ҡарамаҫтан, граждандарҙың льготалы категорияһы өсөн ҡала хакимиәте тарафынан махсус хаҡтар ҡаралған. Мәҫәлән, 1 ғинуарҙан пенсионерҙар, федераль һәм төбәк льготасылары өсөн социаль пластик карта буйынса йөрөү хаҡы өс һум тәшкил итәсәк, ә студенттар өсөн – биш һум. Уҡыусылар өсөн 2010 йылдың 1 сентябренән электр транспортында йөрөү хаҡы ике һум күләмендә билдәләнәсәк. Мәктәпкәсә тиклемге йәштәге балалар һәм махсус льготаға эйә булған кешеләр өсөн элеккесә бушлай йөрөү һаҡланасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика