15:57 (UTC+5), 28 Октября 2009

Өфө күҙ ауырыуҙары институты Президент ҡушыуын үтәне

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә БР Фәндәр академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры Мөхәррәм Бикбовтан хат килде. Хатта Башҡортостан офтальмология хеҙмәтен үҫтереүҙә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерелә.
«Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!
Һеҙгә Башҡортостан Республикаһында офтальмология хеҙмәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән бөтә башланғыстарыбыҙҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерергә рөхсәт итегеҙ. Шулай уҡ Һеҙҙең республиканың бөтә халҡы өсөн институтта офтальмология ярҙамын бушлай яһарға ҡушыуығыҙ үтәлеүе тураһында ла иғтибарығыҙға еткерәбеҙ.
Киләсәктә лә беҙ бушлай офтальмологик ярҙам күрһәтеү сифатын яҡшыртыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, тип ышандырырға теләйбеҙ. Сөнки кеше һаулығы – мәңге һаҡлана торған ҡиммәт, һәм уны һаҡлау – беренсе дәрәжәләге бурыс һәм республикала үткәрелгән социаль сәйәсәттең иң мөһим йүнәлеше», - тиелә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры Мөхәррәм Бикбовтың хатында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика