07:03 (UTC+5), 27 Октября 2009

“Берҙәм Рәсәй” проекттары Башҡортостанда уңышлы алып барыла

Марина Шумилова
“Берҙәм Рәсәй”ҙең тиҙҙән буласаҡ XI сьезының көн тәртибенә индерелгән мәсьәләләрҙең береһе – партия проекттарын ғәмәлгә ашырыу. Бөгөн барлығы утыҙҙан ашыу проект иҫәпләнә һәм уларҙың күбеһе Башҡортостанда алып барыла. "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Исмәғил Ғәбитов һөйләүенсә, республикала “Кадрҙар резервы – илебеҙҙең һөнәри командаһы” исемле проекты буйынса әүҙем эш алып барыла. Ойошторолған кадрҙар резервы төрлө кимәлдәге идара хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Рәсәйҙең эре предприятиелары өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡортостан Республикаһынан проектта ҡатнашыусы биш кеше “алтын меңлек” иҫәбенә керетелде һәм Рәсәй Президентына күрһәтелде.
“Физик культура һәм сәләмәтләндереү комплекстарын төҙөү” сәйәси проект буйынса ла эш юғары һөҙөмтәле булды. Быйыл республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһы ярҙамында Баймаҡ,Октябрьский, Ишембай ҡалаларында һәм Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында физик культура һәм сәләмәтләндереү комплекстары файҙаланыуға тапшырылды. Уларҙың барыһы ла “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан спорт ҡоролмалары менән йыһазландырылды, ә Баймаҡта бассейн төҙөлдө.
Тағы ла бер сәйәси проекттарҙың береһе – “Тарихи хәтер” исемле. Уның маҡсаты Рәсәйҙең рухи-әхләҡи тергеҙелеүенә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүгә, Рәсәй халҡының берҙәмлегенә һәм милләт-ара килешеп йәшәүгә булышлыҡ итеү. Был йүнәлештә партияның һәм “Йәш гвардиясылар” төбәк бүлексәләре уңышлы эшләй.
Төбәк бүлексәһе ғүмерҙе оҙайтыу, ваҡытынан алда үлеү осраҡтарын кәметеү, халыҡты сәләмәтләндереү иҫәбенә демографик күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән “Рәсәй: беҙ оҙаҡ йәшәргә тейешбеҙ” проектына ла етди иғтибар бүлә. Ағымдағы йылда ошо проект сиктәрендә Ишембай, Мәләүез райондары үҙәк дауаханаларына, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына заманса медицина ҡорамалдары ҡайтарылды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика