17:35 (UTC+5), 26 Октября 2009

Ноябрҙә Бала хоҡуҡтары тураһында конвенцияның 20 йыллығы билдәләнә

Марина Шумилова
Ноябрҙә донъя йәмәғәтселеге БМО Генераль ассамблеяһының Бала хоҡуҡтары тураһында конвенцияны ҡабул итеүенең 20 йыллығын билдәләйәсәк. Мәскәүҙә үткән Рәсәй балалар фонды конференцияһында ошо мөһим датаға арналған белдереү ҡабул ителде.
Белдереүҙә, Рәсәй балалар фонды БМО-ның Бала хоҡуҡтары тураһында конвенцияны ҡабул итеүенең 20 йыллығын илебеҙҙә балалар мәсьәләһен конструктив хәл итеүгә, үҙ халҡының иң яҡшы традицияларын дауам итергә, үҙ Тыуған иленең лайыҡлы граждандары булырға һәләтле йәш быуын тәрбиәләүгә йоғонто яһарлыҡ мөһим ваҡиға булараҡ ҡабул итә, тип билдәләнә. Бала хоҡуҡтары тураһында конвенция хөкүмәт ҡарамағында булмаған һәм дәүләт ойошмалары, бөтә кимәлдәге властар, граждандар йәмғиәте институттары эшмәкәрлегенең стратегик нигеҙе булып торорға тейеш. Был халыҡ-ара хоҡуҡи документтың тарихи әһәмиәте дәүләттәр – БМО ағзалары тарафынан балаларҙың белем алыуға, мәҙәниәт ҡаҙаныштары менән файҙаланыуға, ялға һәм башҡа төрлө хеҙмәтләндереүҙәрге хоҡуҡтарын билдәләүенә ҡайтып ҡала, тип билдәләнә белдереүҙә.
Конвенция нигеҙенә 1959 йылда ҡабул ителгән Бала хоҡуҡтары декларацияһы һалына. Декларацияла бала хоҡуҡтарының бөтә тулылығын тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы кешеләрҙең ғәмәлдәрен билдәләүсе принциптар бирелә. Бала хоҡуҡтары декларацияһын ҡабул итеүҙең 20 йыллығына ҡарата БМО 1979 йылды Халыҡ-ара балалар йылы тип иғлан итә. Быны билдәләп, күп кенә хоҡуҡи инициативалар күтәрелә, улар иҫәбендә – Бала хоҡуҡтары тураһында конвенция проекты. Конвенция проекты тексы өҫтөндә эш ун йыл буйына дауам итә һәм 1989 йылда тамамлана. 1990 йылда Конвенцияға ҡул ҡуйыу һәм уны ратификациялау башлана. 1996 йылда БМО Генераль Ассамблеяһының Конвенция тексын ҡабул итеү көнөн – 20 ноябрҙе – йыл һайын Бала хоҡуҡтары көнө булараҡ билдәләргә ҡарар ителә.
Тормоштан күренеүенсә, күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, балалыҡ өлкәһендәге хәлдәр борсолоу тыуҙырыуҙан туҡтамай. Шуның менән бәйле, Рәсәй балалар фонды Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағында Бала хоҡуҡтары буйынса комиссия булдырырға тәҡдим итә. 2010 йылда БМО иғлан иткән Халыҡ-ара донъя мәҙәниәте һәм балаларҙы ҡыйырһытмау ун йыллығы тамамланыуын иҫәпкә алып, Рәсәй балалар фонды ЮНИСЕФ-ҡа Берләшкән Милләттәр ойошмаһы алдында, 2011-2020 йылдарҙа Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау ун йыллығы үткәрергә, тигән инициатива менән сығырға тәҡдим итә.
БР балалар фонды Бала хоҡуҡтары тураһында конвенцияның 20 йыллығына ҡарата, Изге эштәр аҙналығы менән берләштереп, байтаҡ саралар үткәрергә планлаштыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика