12:16 (UTC+5), 23 Октября 2009

Яр Саллы ҡалаһындағы башҡорт мәктәбенә 5 йыл тулды

Марина Шумилова
Яр Саллы ҡалаһында тәүге башҡорт мәктәбе 2004 йылдың сентябрендә 11-се һанлы урта мәктәп нигеҙендә асылғайны. Бөгөн бында беренсе синыфтан башлап юғары синыф уҡыусыларына тиклем башҡорт телен өйрәнәләр.
Башҡортостан делегацияһы мәктәптең уҡытыусылар коллективын һәм уҡыусыларын иҫтәлекле дата менән ҡотлау өсөн Яр Саллыға килде. Уның составына БР Мәғариф министрлығының милли мәғариф һәм төбәктәр хеҙмәттәшлеге бүлеге начальнигы Рәйсә Күзбәкова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты белгесе Азамат Сөләймәнов, 136-се һанлы башҡорт лицейы директоры Шәмсула Хәбибрахманов һәм ошо лицейҙың бер төркөм уҡыусылары инде.
Бөгөн мәктәптә үтәсәк тантаналы йыйылышта Яр Саллы ҡалаһының “Шоңҡар” милли-мәҙәни автономияһы вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ. Беҙҙең республика делегацияһы мәктәпкә башҡорт милли костюмдары, сувенирҙар, башҡорт телендә сыҡҡан балалар журналдары, башҡорт йырҙары яҙылған компакт дискылар бүләк итәсәк.
Белешмә өсөн. Татарстанда, 2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу күрһәткестәре буйынса, 15 мең башҡорт йәшәй. Улар үҙ халҡының тарихына, йолаларына һәм мәҙәниәтенә һаҡсыл ҡарай, үҙ телендә һөйләшергә, халыҡ йырҙарын, дәртле башҡорт бейеүҙәрен башҡарырға теләп йәшәй. Милли үҙаңдың үҫеше, милли башланғыстарҙы тергеҙергә ынтылыу үткән быуаттың 90-сы йылдарында республикала башҡорт телен, башҡорттарҙың милли үҙенсәлеген һаҡлау өсөн башҡорт йәмәғәт ойошмаларын ойоштороуға булышлыҡ итте.
Яр Саллы ҡалаһының “Шоңҡар” милли-мәҙәни автономияһы башҡорттарҙың милли мәҙәниәтен, традиция һәм йолаларын үҫтереү, башҡорт телен өйрәнеү буйынса әүҙем эш алып бара. Был ойошма Башҡортостан Республикаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика