16:04 (UTC+5), 23 Октября 2009

Мортаза Рәхимов генерал Лобов менән осрашты

темы: автор:
23 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов армия генералы, билдәле хәрби начальник Владимир Лобов менән осрашты.
Осрашыуҙа республиканың ижтимағи-сәйәси, иҡтисади һәм социаль үҫеш мәсьәләләре ҡаралды. Мортаза Рәхимов Владимир Лобовҡа Башҡортостанда йәштәрҙе армияла хеҙмәт итеүгә әҙерләү буйынса үткәрелгән эштәр тураһында һөйләне. Шулай уҡ Рәсәй Ҡораллы Көстәрен реформалаштырыу, ҡайтанан техник ҡоралландырыу һәм кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре лә ҡуҙғатылды.
Владимир Лобов республикалағы социаль үҙгәртеп ҡороуҙарҙы ыңғай баһаланы.
- Башҡортостанға килгән һайын мин республиканың яҡшы яҡҡа үҙгәрә барыуын күрәм. Райондарҙа социаль инфраструктураны үҫтереү буйынса ҙур эш башҡарыла. Яңы күперҙәр, юлдар, мәктәптәр, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары төҙөлә. Быларҙың барыһы ла халыҡ өсөн эшләнеүе шатландыра, - тине Владимимр Лобов.
***
Владимир Николаевич Лобов 1935 йылда Башҡортостан Республикаһының Борай ауылында тыуған. Хәрби юлды һайлап, ул ябай һалдаттан СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабы начальнигына тиклем үрләй. В.Н. Лобов — тарих фәндәре кандидаты, хәрби фәндәр докторы, профессор, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, бик күп ғилми хеҙмәттәр авторы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика