05:58 (UTC+5), 22 Октября 2009

Башҡортостанда профсоюз хеҙмәткәрҙәренең үҙ байрамы буласаҡ

Николай Ермоленко
Башҡортостанда тиҙҙән профсоюз хеҙмәткәрҙәренең үҙ байрамы барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 18-се ултырышында “Профессиональ союздар тураһында” Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон бик йылдам – беренсе һәм шунда уҡ өсөнсө уҡыуҙа – ҡабул ителде. Уның менән профессиональ байрам – Башҡортостан Республикаһының Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ул йыл һайын 12 ноябрҙә – 1948 йылда Өфөлә профсоюздарҙың беренсе Башҡортостан өлкә союз-ара конференцияһы үткән көндө билдәләнәсәк, тап унда Башҡортостан өлкә профсоюздар советы һайланған.
“Бөгөнгө көндә республика кимәлендә Профсоюздар федерацияһы 23 республика тармаҡ профсоюз ағзалары ойошмаһын берләштерә, улар 7074 беренсел профсоюз ойошмаһын хеҙмәтләндерә, - тип хәбәр итте депутаттарға БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов. – Бөтә беренсел профсоюз ойошмаларында иҫәптә торған профсоюз ағзаларының дөйөм иҫәбе – бер миллиондан ашыу, 140 меңдән ашыу профсоюз хеҙмәткәре уларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауҙы тәьмин итә”.
БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев йомғаҡ яһаны: совет власы ваҡытында 150 профессиональ байрам булған, хәҙер – 300-ҙән ашыу. Рәсәйҙә һәр көн тиерлек – байрам. Йөҙ депутаттан 88-е профсоюз хеҙмәткәрҙәре байрамы өсөн тауыш бирҙе, алтауһы – ҡаршы булды, алтауһы – икеләнде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика